

Йәй айында ғына ремонт башланған был мәктәпте бөгөн танырлыҡ та түгел! Участка начальнигы Динар Ғабдуллин әйтеүенсә, Яңауылдағы 4-се мәктәпте ремонтлауға июнь айында ғына тотонғандар, бөгөн эш графиктан байтаҡҡа алда бара. Быны фасадҡа ла, эске биҙәү эштәренә лә, тәҙрәләрҙе алыштырыуға ла, элек ағып йонсотҡан ҡыйыҡҡа ҡарата ла әйтергә мөмкин.
Яңауыл халҡы көндөн-көн матурлана барған бинаның эргәһенән үткәндә һоҡланыуын белдермәй ҡалмай, ҡасан асыласағын һораша. Эшселәрҙең бер көн дә ҡул ҡаушырып ултырмағаны күренеп тора. “Аҙнаһына ете көн эшләйбеҙ”, – тип яуаплай участка начальнигы. Әле электриктар үҙ эштәрен башҡара, уларҙың яуаплылығында – янғын сигнализацияһы, видеокүҙәтеү камералары. Мәктәпте капиталь ремонтлау киләһе йылдың йәйенә тамамланасаҡ, тип яҙа “Яңауыл таңдары”. Бындай иҫ киткес матур, заманса, бөтә уңайлыҡтар булған мәктәптә бары “бишле”гә генә уҡымайынса булмаҫ! Әлегә уҡыусылар ваҡытлыса төрлө мәктәптәрҙә белем ала.
Фото:”Яңауыл таңдары”гәзите. Илдар Шәрипов фотолары.
Автор:Дина Арсланова