

Өс тиҫтә йыл дауамында ижади хеҙмәт тәжрибәһенә эйә булған “Ашҡаҙар” радиоһының өлкән мөхәррире Фәнүзә Баһауетдинова беҙҙе йылы ҡаршы алып, эфирҙа үҙеңде нисек тоторға кәрәклеген аңлатты.
Шул урында тәжрибәле алып барыусының әйткән һүҙҙәрен дә телгә алып китке килә, бәлки, башҡаларға ла фәһемле булыр.
- Йыш ҡына студия ҡунаҡтары ни эшләптер тура эфирҙан ҡурҡа. Минең тәҡдимем, теләгем – мәктәп программаһына “Нәфис һүҙ” йәки “Матур һөйләү оҫталығы”н өйрәтеүҙе лә индереү. Йыш ҡына юғары вазифа биләүселәр ҙә, микрофонға һөйләп өйрәнмәгәнбеҙ, тиҙәр. Етмәһә, улар араһында туған телендә һөйләшеүселәрҙе табыу – ауыр мәсьәлә... Ғөмүмән, аңламайым, нисек инде ошо ерҙә үҫеп, ошонда йәшәп-эшләп, балаларыңды үҫтереп, уларға белем биреп, шул республиканың телен белмәҫкә, өйрәнмәҫкә була ул?!
Ысынлап та, уның менән килешмәү мөмкин түгел. Бөгөнгө көндә туған тел, гәзиттәргә яҙылыу мәсьәләһе – көнүҙәк һәм борсоулы хәл булып ҡала. Йылдан-йыл гәзиттең баҫма вариантын уҡыусылар һаны кәмей бара, йәштәр гәзитте интернет селтәрҙәрендә уҡыуға һылтана.
Фәнүзә Кинйәмырҙа ҡыҙының “Хәбәрсе булыу еңелме, был һөнәргә өйрәтеп йәки өйрәнеп буламы?”, “Гәзиттең төп терәге нимәлә, бәлки кемдә?”, “Элек ауыл хәбәрселәре сафы була торғайны, бөгөн улар менән бәйләнеш һаҡланамы?”, “Район гәзитен нимә уҡымлы итә? тигән һәм башҡа һорауҙарына яуаптар биреп ултырып, эфир ваҡытының үткәне лә һиҙелмәне.
Осрашыуҙың иң ҡыҙыҡлы мәле - 2023 йылдың беренсе ярты йыллығына “Даирә” гәзитенә яҙылыусылар араһында “Джума ти” компанияһы етештергән тәмле һәм хуш еҫле сәйҙәр уйнатыуға ла килеп еттек. Уның хужаһы Вилдан Абдулов Ҡырмыҫҡалы ауылында 2020 йылдан бирле Һиндостан, Кения, Ҡытай, Көньяҡ Африка Республикаларынан сифатлы сәй ҡайтартып, ҡаптарға тултырып һатыуға сығара. Уның продукцияһын Татарстан Республикаһында, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләрендә лә ҙур теләк менән алалар.
Тәмле сәйҙәр йыйылмаһы Ҡырмыҫҡалы ауылынан Лилиә Заритдинова, Гөлфинә Шәмсетдинова, Азамат Хәбибетдинов, Алайғыр ауылынан Филиә Нәзирова һәм Гөлнур Ишемғоловаларға юлланды. Әйткәндәй, лототрон уйынын үткәреүҙә тауыш режиссеры Гөлйемеш Баязитова ла ярҙам итте.
Эфир ваҡытында үҙ һорауҙарын һәм тәҡдимдәрен шылтыратып әйтеүсе Фәнил Шәмсетдин улы Ҡоҙаҡаев һәм Өфө ҡалаһында йәшәүсе Роза Үзбәкова ла бәләкәй бүләктәргә лайыҡ булды.
Һөйләшеүҙе тамашасылар “Ашҡаҙар” радиоһының тура эфирында һәм “Бәйләнештә”ге битендә ҡарай алды.
Гөлсәсәк Аласова.