

Шишмә районы егете Мәскәү өлкәһендәге предприятиеларҙың береһендә юрист булып эшләй. Өлөшләтә мобилизацияға эләкмәй, сөнки армияла хеҙмәт итмәгән, хәрби кафедраны ла тамамламаған. Өйләнмәгән.
Егет шулай ҙа махсус хәрби операцияға китергә, ватандаштарына ярҙам итергә ҡарар итә. Хеҙмәттәштәре уны бары йылы һүҙҙәр менән генә телгә ала, ярҙамға килергә һәр саҡ әҙер, йомарт, шул уҡ ваҡытта юғары класлы белгес, тиҙәр. Ваҡытынан алда ата-әсәһен борсомаҫ өсөн Оборона министрлығы менән контракт төҙөүе тураһында хәбәр итмәҫкә була. Эшендә хеҙмәт килешеүен туҡтатҡандан һуң завод матди ярҙам күрһәтә, коллектив та ҡушыла. Улдары тәғәйенләнгән урынға барып еткәс кенә ата-әсәһе көтөлмәгән хәбәр ала.
“Ҡайһы берәүҙәр сит илгә ҡасҡанда, һин ни өсөн шундай ҡарар ҡабул иттең?”– тигән һорауға ул аныҡ яуап ҡайтарған:” Мин элегерәк тә ул хаҡта уйлана инем. Илебеҙ хәүеф аҫтында бит. Ҡырым күперен шартлатҡастар, мин башҡаса көтөргә ярамағанын аңланым”.
Яҡташыбыҙҙың имен-аман , еңеү менән әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ! Хәйер, уны әле үк батыр, еңеүсе тип атап була.
Фото: “Иглин хәбәрҙәре” гәзите.