

Пособиены иҫәпләп сығарыу өсөн ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ осоро башланғанға тиклемге ике календарь йылдағы эш хаҡы иҫәпкә алына.
Был пособиеның күләме хеҙмәткәрҙең страховка стажына бәйле: 8 йыл һәм унан күберәк булһа - уртаса эш хаҡының 100 проценты, 5-тән 8 йылға тиклем булғанда - уртаса эш хаҡының 80 проценты, 5 йылға тиклем булһа - уртаса эш хаҡының 60 проценты түләнә.
2023 йылдың 1 ғинуарынан тәғәйенләнгән пособиеларҙы иҫәпләү өсөн уртаса бер көнлөк эш хаҡының сикке күләме 2 736,99 һум тәшкил итәсәк. 2022 йылда иһә страховка стажы 8 йыл һәм унан күберәк булғанда ваҡытлыса эшкә һәләтһеҙлек буйынса пособиеның максималь күләме көнөнә 2 572,60 һум тәшкил итә.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан