Даирә
+24 °С
Дождь
Башҡа яңылыҡтар
12 Ноября 2022, 04:41

Дүрт йәшлек малайҙы эттәр талап үлтергәйне...

Кисә ғәйепле кешегә яза ҡарары сығарылды. Ике яҡ та уның менән ҡәнәғәт түгел.

Дүрт йәшлек малайҙы эттәр талап үлтергәйне...Дүрт йәшлек малайҙы эттәр талап үлтергәйне...
Дүрт йәшлек малайҙы эттәр талап үлтергәйне...

Был хәл былтыр апрель айында Учалы районының Сәфәр ауыл советы биләмәһендә булғайны. Дүрт йәшлек малай урамда велосипедта йөрөп килергә тип сығып китә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, малай шул киткәндән һуң иҫән килеш өйөнә ҡайта алмай. Сабыйҙы урамда эттәр талап үлтерә. Меҫкен бала хатта ярҙамға ла саҡырып өлгөрмәй.

Унда берәҙәк кенә түгел, йорт эттәре лә йөрөгән булған.

Фажиғәнән һуң халыҡ  ауыл советы башлығына бер нисә тапҡыр ҡарауһыҙ йөрөгән эттәргә зарланыуын хәтергә төшөрә башланы. Эттәр кемдеңдер бесәйен, кемдеңдер йорт ҡошон ашаған, ә ата-әсәләргә балаларын, эт ҡорбаны булмаһын өсөн, мәктәпкә оҙатырға тура килгән. 2020 йылдың сентябренән 2021 йылдың апреленә тиклем ауыл советы башлығын мөрәжәғәттәр менән күмгәндәр, ләкин чиновник уларҙы һанға һуҡмаған һәм бер ниндәй ҙә сара күрмәгән – ҡарауһыҙ эттәрҙе тотоу буйынса махсуслаштырылған ойошмаларға мөрәжәғәт итмәгән. Һәм был Учалы районы хакимиәтенең улар менән килешеү төҙөлөүенә ҡарамаҫтан.

Һөҙөмтәлә Башҡортостандың Тәфтиш комитеты “Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында кешенең үлеменә килтергән иғтибарһыҙлыҡ” статьяһы буйынса ауыл хакимиәте башлығына енәйәт эше ҡуҙғатты. Ғәйепле чиновникты һаҡ аҫтына алдылар, яңыраҡ суд ултырышы үтте. Унда ул ғәйепле тип танылды һәм 1,5 йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителде һәм ике йылға ирке сикләнде. Ир үҙе ғәйебен таныманы һәм хөкөм ҡарарынан бик ҡәнәғәтһеҙ ҡалды. Әйткәндәй, ҡарар әле законлы көсөнә инмәгән.

Үҙ сиратында, хөкөм ҡарары менән республиканың Тәфтиш комитетында ла килешмәнеләр. Улар язаны йомшаҡ тип иҫәпләгән һәм эште кире ҡарауға ебәргән.

Фото: gubdaily.ru

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас