

Республикала М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы әүҙемселәре адреслы социаль ярҙам күрһәтеүҙе дауам итә. Улар тәү сиратта кәрәкле әйбер, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар алып килеүҙә булышлыҡ ҡыла, өйҙә, хужалыҡта ярҙам итә.
Белорет районының Асы ауылынан ике егет махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ауыл хакимиәте вәкилдәре һәм ир-егеттәр уларҙың яңғыҙ ҡалған әсәйҙәрен ҡышҡылыҡҡа утын менән тәьмин иткән.
Урындағы ирекмәндәр ҙә эшкә етди тотонған: ағасҡа билет алған, йыҡҡан, өйҙәренә алып килгән. Шулай итеп, дүрт машина утын әҙерләгәндәр. Өмә ойоштороп, ярып, өйөп бирергә лә уйлайҙар. Был инде тап белореттарса утын әҙерләү! Афарин!
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Берҙәм Рәсәй” партияһы майҙансығында М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы Башҡортостан Башлығы, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса асылды. Ул “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк һәм урындарҙағы партия бүлексәләре офистарында эшләй.
Штаб махсус хәрби операцияла доброволец һәм мобилизация буйынса ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙың туғандарына, ғаиләләренә социаль, психологик, көнкүреш һәм башҡа ярҙам күрһәтеү маҡсатында булдырылған.
М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабына колл-үҙәктең телефоны аша мөрәжәғәт итергә була: 8 800 201 89 03.
Фото: М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы.