

Быйыл Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылы халҡы дәртләнеп "Айыҡ ауыл" район конкурсында ҡатнаша. Уның сиктәрендә, ауылда халҡыбыҙҙың төрлө йолалары, кәсеп-шөғөлдәре тергеҙелә, өмәләр үтә. Кисә ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары мәҙәниәт йортонда кис ултырыуға йыйылған. Был хаҡта Әбүбәкер күп функциялы үҙәк төркөмөндә хәбәр ителә.
"Элек -электән ҡатын - ыҙҙарыбыҙ ҡул эштәренә маһир булған. Көндәлек эштәрен тамамлағас, кис ултырыуға, өмәләргә йөрөгән. Улар йыйылышып ҡул эштәре эшләгәндәр,сигеу сиккәндәр, шәл бәйләгәндәр, йөн иләгәндәр.
Ауылыбыҙ ҡатын - ҡыҙҙары мәҙәниәт йортона йөн иләү, йөн тетеү өмәһенә йыйылды. Халҡыбыҙҙа "Белмәгән өйрәнә, белгән өйрәтә", тигән бик матур мәҡәл бар. Йәш килендәр ҡул орсоғо, аяҡ орсого менән йөн иләргә өйрәнделәр. Ә ниндәй өмә йырһыҙ булһын инде. Өмәселәр йыр йырлап эшләгәс эштәрелә ырамлы булды", -тип яҙғандар улар.
Орсоҡтарын зыр әйләндереп, ҡулдарына күҙ эйәрмәгән Әбүбәкер ауылының оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙарына "афарин" тиергә генә ҡала.
Фото һәм видео: Нәркәс Мәмбәтова.
Автор:Карима Усманова
https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2022-11-11/zyr-yl-nde-orso-tar-3024954