Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
11 Ноябрь 2022, 17:56

Теген машиналары телгә килде...

Эштән ҡайтыу менән ҡатын-ҡыҙҙар, ваҡыт тығыҙлығына ҡарамай, ауыл мәҙәниәт йортона ашыға, хәрби егеттәребеҙ өсөн ниндәй ҙә булһа изгелек эшләргә теләй...

Теген машиналары телгә килде...Теген машиналары телгә килде...
Теген машиналары телгә килде...

Иглин районының Ҡарамалы ауылы халҡы махсус хәрби  операцияла ҡатнашҡан яҡташтары өсөн бүләктәр әҙерләй. Йылы ойоҡбаштар, балаклавалар егеттәр өсөн бөгөн бик кәрәк. Аҡбирҙе ауыл Советы был эште ойоштороуҙы үҙ өҫтөнә алды. Хаки төҫөндәге  дымланмай торған флис туҡыма һатып алып,  унан балаклава тегергә тотондолар. Гөлшат Әхмәтшина әҙер беселгән изделиелар килтерҙе, ә Ҡарамалы урта мәктәп директоры Рафаэль Шәрәфетдинов теген машиналары менән тәьмин итте. Дүрт оҫта тегенсе бер нисә сәғәттә утыҙҙан ашыу балаклава тегеп тә өлгөрҙө.

Ауыл мәҙәниәт йорто кисен ҡырмыҫҡа иләүе кеүек геү килеп тора.Эш бөтөү менән ҡатын-ҡыҙҙар, ваҡыт тығыҙлығына ҡарамай, тап ошонда ашыға, үҙебеҙҙең егеттәребеҙ өсөн ниндәй ҙә булһа изгелек эшләргә теләй.


Фото: “Иглин хәбәрҙәре”.

Автор:Дина Арсланова

https://bashgazet.ru/articles/geroy-ar-d-ere/2022-11-11/tegen-mashinalary-telg-kilde-3026950

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас