

Яңы ҡабул ителгән был закон ирекмәндәргә тейешле льготалар һәм социаль ярҙам саралары – ветерандарға ла, инвалид хәрбиҙәргә лә бер тапҡыр һәм айлыҡ түләүҙәр, һалым түләү һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә, шифахана, медицина ярҙамына һәм башҡа ташламалар менән файҙаланыу хоҡуғы бирә.
Закон баҫылып сыҡҡандан һуң көсөнә инә. Донецк Халыҡ Республикаһы һәм Луганск Халыҡ Республикаһы биләмәләрендә – 2022 йылдың 24 февраленән, Запорожье һәм Херсон өлкәләре биләмәләрендә 2022 йылдың 30 сентябренән барлыҡҡа килгән хоҡуҡи мөнәсәбәттәргә ҡағыла.
Мобилизацияланғандарға тәғәйен түләүҙәр физик шәхестәрҙең килеменә һалымдан (НДФЛ) азат ителәсәк.
Закон мобилизацияланғандарға һәм ирекмәндәргә, шулай уҡ контракт буйынса хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына тәғәйен түләүҙәрҙән һалым тотоуҙан азат итә. Яңы төбәктәргә командировкаға ебәрелгән граждандар өсөн көндәлек ярҙам пособиеһына ла был һалым һалынмай.
Документта шулай уҡ Донецк Халыҡ Республикаһы, Луганск Халыҡ Республикаһы, Запорожье һәм Херсон өлкәләре граждандары Рәсәй паспортын, водитель танытмаһы, йәшәүгә рөхсәт, автомобилдәрҙе теркәү билдәләре, юридик шәхестәрҙе һәм эшҡыуарҙарҙы дәүләт теркәүе үткәндә дәүләт пошлинаһын түләмәйәсәк.
Фото: Башинформ.