

Малдың баш-тояҡ итенән, ҡойҡанан эшләнгән дерелдәк (холодец) – бик файҙалы ризыҡ. Ҡойҡа айырыуса быуындары ауыртҡан кешеләргә файҙалы. Шулай уҡ ул гемоглобинды арттырырға, иммунитетты нығытырға булышлыҡ итә.
“Холодец , йәғни башҡортса әйткәндә дерелдәк әҙерләү ҡыш, Яңы йыл байрамы кәйефе тыуҙырҙы. Кисә ҡапыл ғына ошо ризыҡты эшләп ашағы килеп китте. Был юлы итле һөйәк баштары (мотолыжки) ҡушмай ғына бешерҙем. Дерелдәк ашауға туҡлыҡлы һәм шул уҡ ваҡытта быуындарға ла файҙалы икәнен һәр кем беләлер.
Бер нисә һауытҡа ошолай итеп биҙәп тә эшләнем. Дерелдәк ҡоя торған һауыттарҙың иң аҫтына бешкән кишер турап һалдым, бешкән йомортҡаны дүрт өлөшкә бүлдем һәм йәшел борсаҡтар йәшел укроп һиптем”, - тип әлеге ризыҡты әҙерләү оҫталығы менән бүлеште Сибайҙың уңған хужабикәһе.
Фотолар: Гөлгөнә Байегетованың шәхси сәхифәһенән.
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
https://bashgazet.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/2022-11-11/e-dereld-kte-nisek-eshl-y-ege-3024937