

Мәшәҡәтлерәк булһа ла, матур, күңелле ваҡыттар етте. Байлыҡ, муллыҡ, барлыҡты күрһәткән осор – көҙҙөң һуңғы айы һәм ҡыш башы. Уңғандар, егәрлеләр, ҡунаҡсылдар атҡарған йола – байрамдар мәле. "Ҡыш бауыры оҙон", "Аяғың тыпылдамаһа, ауыҙың шапылдамаҫ", "Аҙ ашаһаң, күп ашарһың, күп ашаһаң, аҙ ашарһың", (Шәп бит, ә? Һай, шәп!) – тип йыллыҡ ризығын хәстәрләгән тырыш йорт хужаларының оло ҡәнәғәтлек кисереп, ең һыҙғанып эшкә тотонған сағы: ҡаҙ өмәләре, һуғым мәлдәре килде.
...Мин килен булып төшкән йылы ҡәйнәмдең – Шәрәфиниса Үмәр ҡыҙының (халыҡ телендә Ғүмәрҙе шулай тинеләр) өс оянан сыҡҡан 27 ҡаҙын йолҡтоҡ. Мин һыу ташыуҙан бушаманым инде. Ҡәйнәмдең ҡаҙы уңа ине. Ул ҡаҙ аҫтына һалған йомортҡаларҙы бер ҡасан да көнө тулғанды көтмәне. Өс аҙна тулыр-тулмаҫ элек, ҡояшҡа йә лампа яҡтыһына ҡарап, "атаһыҙ", йәғни, яралғыһыҙ йомортҡаларҙы, сереткеләрен алып бөтә ине. Әмин ауылы ҡыҙҙары бит икеһе лә, әсәйем дә шулай итә ине.
Шунан иң тәүҙә баҫырға ултырған инә ҡаҙға икенсе ҡаҙҙың аҫтынан алып өҫтәй. Уның аҫтына әле һалып йөрөгән ҡаҙҙың йомортҡаларын һала. Уныһына иһә күпме һалып өлгәрә, шуныңса ҡала инде. 11 йомортҡа, йәтешерәк булһа, 13 йомортҡанан артыҡ һалмай. "Нәпсе әйтер ул. Ҡаҙҙың аҫтына һыймағанына барыбер һыуыҡ тейә, серетке була. Ҡаҙ суҡышы менән әүештереп-тәүештереп, болғай бит. Ситкә сыҡҡаны һыуына".
Минең дә ҡаҙҙарым уңды. Уңа инде – анау аҡыл кемгә тейә? Бәләкәй ҡыҙым армиялағы ағаһына хат яҙған. Ҡаҙ-өйрәктәрҙе, күркәләрҙе, тауыҡтарҙы һанап сығарған да: "Бөтәһе 100 ыштук," – тип ҡуйған.
Ә йомортҡаларҙы йылы ғына һыуға һалып, уларҙың ҡыя ғына ятып ҡыбырлауын шыбырлап ҡына һөйләшеп ҡарап ултырыуҙар... Үҙе бер байрам! Туп-тура төпкә шөңгөп төшөп киткәндәре, әлбиттә, серетке йә боҫҡан.
Хәҙер әҙер бәпкәләр алып үҫтерәбеҙ. Ишейҙәге Хәшиә инәй әйтмәксе, "Диттум ҡаҙҙары" көтәбеҙ. Бер килке:
– Итенең тәме өй ҡаҙыныҡынан ҡайтыш барыбер, – тип ҡаңғырҙы әбейүшкәләр.
Ҡалай булғанда ла алабыҙ, көтәбеҙ, һимертәбеҙ һәм һуябыҙ...
Һуймайбыҙ шул.
– Ҡаҙ (өйрәк, күркә) һуйҙыҡ, – тип әйтеү дөрөҫ түгел. Элек улай тимәнеләр. Оло малды ғына һуялар. Ирҙәр һуя. Һуйыуҙың эше күп һәм уны ирҙәр башҡара. Малды салалар, салыуын һалҡын һыу менән таҙарғансы йыуалар. Салыуҙан алып ҡойроҡ төбөнә еткәнсе тирене телеп сығалар һәм тунай башлайҙар. Тирене һыҙырып бөткәс, малдың эсен яралар. Бауыр-йөрәкте, үпкә-бөйөрҙәрҙе ысҡындырып алалар, эс-ҡарынды ауҙарып бирәләр. Бына ошо эштәрҙең барыһын ҺУЙЫУ һүҙе берләштерә. Эсәк-ҡарынды эшкәртеү – ҡатын-ҡыҙҙарға. Был саҡта ирҙәр һуйылған малды һан-һан итеп бүлеп, һуғым ашына бешерә торғанын үткер балта менән сапҡылап, турап, әҙерләп бирә. Тирене лә улар хәстәрләй. Һуйыу ошо була.
Ә ҡаҙҙы, ҡош-ҡортто салалар. Ҡаны һарҡҡансы һалып торалар ҙа, баштарын алып, муйындарын бәйләп бирәләр. Йолҡоп бөткәс, өтөп бирәләр. Шул ғына ирҙәрҙең эше. Был эште "Ҡаҙ һуйыу" тип әйтмәй торғайнылар.
– Нисек әйтәләр ине? – тиһегеҙме?
– Ҡаҙ салдырҙым. Ҡаҙ йолҡторҙом. Ҡаҙ өмәһе үткәрҙем.
Нимәһе насар? Нәҡ беҙҙеңсә – башҡортса. Ҡошто һуймайыҡ әле, салдырып ҡына алайыҡ. Дөрөҫө шулай була.
Автор – Таңһылыу Ҡарасурина.
(Фото интернеттан).