

Бөгөн эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй. Ошо айҡанлы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров полиция хеҙмәткәрҙәрен ҡотларға барған. Республика етәксеһе был хаҡта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уртаҡлашты.
“Ҡотларға индем.
Улар эҫелә лә, һыуыҡта ла, көнөн дә, төнөн дә беҙҙең эргәлә. Үҙ-үҙен аямаған, һайланған эштәренә тоғро, төрлө мәлдәрҙә лә ярҙамға килергә әҙер.
Эске эштәр органдарының барлыҡ хеҙмәткәрҙәрен дә һөнәри байрамдары менән ҡотлайым!
Яҡшы хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт”, – тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы.
Фото: vk.com
Автор:Рәмилә Мусина
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-11-10/otlar-a-indem-3023559