Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
10 Ноябрь 2022, 10:26

Мәктәптәргә хәрби әҙерлек курсы индереләсәк

Депутат фекерен Оборона министрлығы ла хуплаған, ә һеҙ?

Мәктәптәргә хәрби әҙерлек курсы индереләсәкМәктәптәргә хәрби әҙерлек курсы индереләсәк
Мәктәптәргә хәрби әҙерлек курсы индереләсәк

Киләһе йылдың 1 сентябренән ил мәктәптәренә башланғыс хәрби әҙерлек курстары индереләсәк. Был хаҡта, Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцов һүҙҙәренә таянып, ТАСС хәбәр итә.

Әҙерлек курстары индереү буйынса эш 1 ғинуарға тиклем дауам итә, аҙаҡ ул тикшереү үтәсәк. Башланғыс хәрби әҙерлек курсын урта дөйөм белем биреүҙең мотлаҡ программаһына индереү тәҡдиме менән “Ғәҙел Рәсәй –Дөрөҫлөк өсөн” партияһы лидеры Сергей Миронов сығыш яһаған. Депутат фекеренсә, был меңәрләгән кешене эшкә урынлаштырырға һәм граждандарҙың “дошман менән  мөмкин булған ҡаршылыҡтарға” әҙер тороуына ярҙам итәсәк. Уның фекерен Оборона министрлығы ла хуплаған.

Фото: Аветик Бадалян/ТАСС 1973 йыл. СССР-ҙа хәрби әҙерлек дәресе.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас