Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
10 Ноябрь 2022, 05:57

Кейеҙ баҫыу оҫталары саҡырыла

Районда онотолған кәсепте тергеҙәләр.

Кейеҙ баҫыу оҫталары саҡырылаКейеҙ баҫыу оҫталары саҡырыла
Кейеҙ баҫыу оҫталары саҡырыла

Иглин районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, районда кейеҙ баҫыу кәсебен үҙләштерәләр. Уның буйынса оҫталыҡ дәрестәре грант отҡан “Онотолған кәсепте тергеҙеү” проектына ярашлы ойошторола.

Мәғлүм булыуынса, быйыл июндә “Тиң мөмкинлектәр” мәҙәниәтте үҫтереү буйынса коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы Рәсәй Президентының граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә бирелгән гранттарының икенсе конкурсында еңеп сыҡҡайны. Әле оҫталыҡ дәрестәренә райондан 40 кеше йөрөй.

Биш аҙна дауам иткән уҡыу осоронда проектта ҡатнашыусылар кейеҙ баҫыу тарихы, ошо кәсептең үҫеше, кейеҙ баҫыу сәнғәтенә өйрәтеү этаптары һәм башҡалар тураһында хәбәрҙар булды. Практик дәрестәрҙә йәш оҫталар классик кейеҙ келәмдәр, панно, сувенир быйма баҫты.

Проект киләһе йыл февралдә “Онотолған кәсепте тергеҙеү” район кейеҙ фестивале менән тамамлана. Унда Башҡортостандан төп 20 оҫтаны саҡырыу күҙаллана. Фестивалдә кейеҙ сәнғәте әйберҙәре менән таныштырасаҡтар.

Республикала уҙғарылған бындай саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектын (национальный проект “Культура”) тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info/press_releases/344734

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/344734

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас