Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
10 Ноябрь 2022, 05:48

Изге флешмобҡа ҡушылып

Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты Иҫке Муса ауыл китапханаһы менән берлектә «Хәрбиҙәргә – башҡорт ҡорото» тигән флешмоб башлап ебәргәйне. Был изге эшкә Иҫке Бәпес ауылының күп тармаҡлы ауыл клубы үҙешмәкәрҙәре – ағинәйҙәре лә ҡушылды.  

Изге флешмобҡа ҡушылыпИзге флешмобҡа ҡушылып
Изге флешмобҡа ҡушылып

Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты Иҫке Муса ауыл китапханаһы менән берлектә «Хәрбиҙәргә – башҡорт ҡорото» тигән флешмоб башлап ебәргәйне.
Улар Иҫке Муса ауылы китапханаһында кесе йәштәге китап уҡыусылар менән бергәләп яңы ҡороттан түңәрәктәр әҙерләгән. Улар кипкәс, мобилизацияға алынған ир-егеттәргә ебәрелгән. Был изге эшкә Иҫке Бәпес ауылының күп тармаҡлы ауыл клубы үҙешмәкәрҙәре – ағинәйҙәре лә ҡушылды.
- Беҙҙең бурыс - үҙебеҙҙең егеттәргә ярҙам итеү, мөмкин булғанса булышлыҡ итеү,- ти улар.
Ҡороттоң файҙалы яҡтары һанап бөткөһөҙ, Ул аҡһымға, углеводтарға, витаминдарға бай. Ҡорот менән ашағанда, майлы аш та ҡурҡыныс түгел. Һалҡын тейгәндә лә ҡоротлап-борослап эҫе һурпа эсергә кәңәш итәләр. Бынан тыш, күңел болғанғанда, аҙ ҡанлылыҡтан, ауырыуҙан хәлһеҙләнгәндә лә ярҙам итә, көс-ҡеүәт бирә. Ҡороттоң эркет һыуы ла ифрат шифалы. Ул ашҡаҙанды таҙарта. Сәс ҡуйы булып үҫһен өсөн сәс тә йыуғандар.
- Район ҡоролтайы иғлан иткән флешмобҡа ихлас ҡушылдыҡ. Ҡороттарыбыҙ барып етеп, егеттәребеҙгә ауыҙ итергә яҙһын,- ти Гөлназ Ғаффарова.
Юл йөрөү ҙә ауыр түгел,
Кеҫәлә булһа ҡорот.
Юлда – юлдаш, яуҙа – яуҙаш
Башҡортҡа – кипкән ҡорот, тип һамаҡлай-һамаҡлай ағинәйҙәр ҡорот йомарланылар һәм уны киптерергә ҡуйҙылар.
- Мин һунарсы булараҡ, һалҡын, ҡырыҫ ҡара урманға һунарға сыҡҡанда һәр ваҡыт әсәйемдең тылсымлы ҡулдарынан әҙерләнгән ҡоротон үҙем менән алып, көнө буйына шул ҡорот менән туҡланып йөрөп ҡайта инем. Туҡлыҡлы ла, файҙалы ла ризығыбыҙ ҡышҡы урманда һалҡынға бирешмәҫкә көс бирә,- ти Илдар Хәсәнов.
- Һыуһағанға – һыу, асыҡҡанҡа – аш урынына булған. Борондан беҙҙең халыҡта киптерелгән ҡорот киң ҡулланылған. Юлға сыҡҡанда янсыҡҡа, тоҡсайға биштәрләп аҫып иң беренсе ҡорот һалып алғандар. Ҡорот яһау өсөн ҡаймағы айыртылған һөттө ҡайнатабыҙ ҙа тән температураһына тиклем һыуытабыҙ. Бер нисә көндән, әсегәс, ҡатыҡты ҡайнатабыҙ. Ҡайнағас, эмалле биҙрәгә ҡойоп һыуытып, бер көн тотабыҙ. Һуңынан туҡыма тоҡтарға һалып, һарҡытырға ҡуябыҙ. Бер-ике көндән эркете ағып бөтә. Ҡоротто алып, самалап тоҙ һалабыҙ. Артабан йоҙроҡ ҙурлығында йомарлайбыҙ. Эше ҡатмарлы, ләкин бик тәмле ризыҡ килеп сыға. Ҡороттоң әселеге, сөсөлөгө ҡатыҡҡа бәйләнгән. Сөсөрәк ҡорот кәрәк икән, ҡатыҡ ойотҡанда уҡ сөсө ойотҡо менән ойотабыҙ, әсерәк кәрәк икән әсе ойотҡо һалабыҙ. Оҙаҡ ҡайнатмаһаң ҡорот ап-аҡ көйө генә ҡала. Ҡороттарыбыҙ тыуған яҡтың сәләме булып барып етеп, егеттәребеҙгә көс-дәрт бирһен,- ти мәктәп китапханасыһы Гөлнара Шаймарҙанова.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар араһында Иҫке Бәпес ауыл Советынан да егеттәр күп. Берәүҙәр контракт буйынса хеҙмәт итә, икенселәр үҙ теләге менән киткән.
- Әйткәндәй, бер туған ҡустым үҙ теләге менән махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ҡустымдың улы беренсе көндән үк махсус операцияла ҡатнашып, әле отпуск ялына ҡайтты һәм бына кире юлға сығырға йыйына. Яҡындарыбыҙ балаларын, кәләштәрен, ата-әсәләрен, туғандарын шатландырып, имен-һау, үҙ аяҡтарында, үҙ аңдарында, ауырымай тиҙерәк ҡайтырға яҙһын,- ти Гөлнур Мирғәле ҡыҙы.
Еңел булмаған шарттарҙа яугирҙарыбыҙ өй йылыһын тойһон, күстәнәстәребеҙ кәйефтәрен һәм хәрби рухын күтәрһен, ти флешмобта ҡатнашыусылар.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас