Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
10 Ноябрь 2022, 14:40

Һау тешен һурып алғас...

“Табиптың икенсе теште һурырға тырышыуын һиҙеп ҡалдым да, “Һеҙ ысынлап шул теште һураһығыҙмы? Миңә тишеклеһен алырға кәрәк”, – тип әйттем. Бер нисә минут үткәс, ул иренде ҡымтырға ҡушты һәм ҡайтырға ярай тине”, – тип һөйләй ҡатын.

Һау тешен һурып алғас...Һау тешен һурып алғас...
Һау тешен һурып алғас...

Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән Регина исемле ҡатындың социаль селтәрҙә килеп сыҡҡан был фотоһүрәте күптәрҙе тетрәндерҙе. Сибәр генә ханым шешкән һәм йонсоу йөҙ менән ҡарай...

Баҡһаң, хәл 8 августа уҡ булған. Регина ҡалалағы шәхси стоматологияларҙың береһенә мөрәжәғәт итеп, тешен һурыуҙы һораған. Һыҙлаған теш арҡаһында унда елһенеү процессы башланған һәм лимфотөйөндәре шешкән. Регина анестезия һорай, тик доктор тәүҙә баш тартып, ҡысҡыра, аҙаҡ шулай ҙа дарыуҙы ҡаҙай.

“Табиптың икенсе теште һурырға тырышыуын һиҙеп ҡалдым да, “һеҙ ысынлап шул теште һураһығыҙмы? Миңә тишеклеһен алырға кәрәк”, – тип әйттем. Бер нисә минут үткәс, табип иренде ҡымтырға ҡушты һәм ҡайтырға ярай тине”, – тип һөйләй ҡатын.

Ул ике мең һум аҡсаһын түләгән дә (чегы бар), ҡайтып киткән, ә һуңғараҡ һыҙлаған тешенең урында ҡалғанын абайлай. Регина кире клиникаға бара, уға 1500 һумын кире ҡайтаралар (анестезия өсөн аҡсаны алып ҡалалар) һәм килешеүен алып ҡалалар.

Артабан уға яңаҡ-йөҙ хирургияһына дауаланырға барырға тура килә, дөйөм алғанда, ауырығанлыҡ ҡағыҙы 9 августан 2 сентябргә тиклем оҙайтыла. Уның һүҙҙәренсә, ул отпускыны һәм эш хаҡының 40 процентын, шулай уҡ премияның бер өлөшөн юғалтҡан.

15 августа Регина клиникаға әхлаҡи зыян өсөн компенсация түләүҙе һорап шылтырата. Башта уға түләргә ризалашҡандар, ә һуңынан уның шылтыратыуҙарын иғтибарһыҙ ҡалдырғандар.

Киң матбуғат саралары был хәл буйынса клиникаға мөрәжәғәт иткәс, етәкселек ҡатындың уларҙа дауаланыуын инҡар иткән. “Килешеү бармы? Бындай пациент беҙҙә булманы. Һеҙҙең мәғлүмәт дөрөҫ түгел. Хеҙмәт күрһәтелмәгән”, – тигән улар.

Регина дөрөҫлөк эҙләүен дауам итә... 

Фото: "Моя Уфа" порталы. 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас