Даирә
+28 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
10 Ноября 2022, 04:29

Аҡса кемдәргә бирелә?

Ғаризалар ҡабул итеүҙең өсөнсө сираты башлана. 

Аҡса кемдәргә бирелә?Аҡса кемдәргә бирелә?
Аҡса кемдәргә бирелә?

БР Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы Башланғыстарға булышлыҡ итеү фонды тарафынан ойошторолған “Көрсөккә ҡаршы. Яһалма интеллект” конкурсына ғаризалар ҡабул итеүҙең  өсөнсө сираты башланыу тураһында хәбәр итте. Был эш “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” милли проектына ярашлы булдырылған “Яһалма интеллект” федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Ә милли проект ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланғайны.

- Был конкурста микропредприятиелар, бәләкәй предприятиелар, шулай уҡ РФ һалым резиденты статусына эйә булған ойошмалар ҡатнаша ала. Уларҙан яһалма интеллект өлкәһенә ҡағылышлы проекттар – тәбиғи телмәрҙе эшкәртеү, телмәрҙе таныу һәм синтезлау, яһалма интеллекттың алдынғы алымдары һәм башҡа темаларға ҡағылышлы проекттар ҡабул ителә, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры урынбаҫары Рәсүл Тайыпов.

Грант күләме 30 миллион һумға тиклем тәшкил итә ала, әммә ул 2021 йылда штаттағы хеҙмәткәрҙәргә бүленгән сығымдарҙың 30 процентынан артыҡ була алмай. Шулай уҡ грант суммаһының 20 процентына тиң өлөшөн бюджеттан тыш, йәғни шәхси йәки ситтән йәлеп ителгән аҡса иҫәбенә финанслау зарур.

“Көрсөккө ҡаршы. Яһалма интеллект” конкурсына ғаризалар 14 ноябргә тиклем ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәт менән Башҡортостан Республикаһының Дәүләт идараһының һанлы үҫеше министрлығы сайтында танышырға мөмкин.

Фото: ruriro.ru

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас