

Йәшләй генә, 19 йәшемдә, сит районға кейәүгә сыҡтым. Буласаҡ ирем менән техникумда бергә уҡығанда танышып, дуҫлашып киттек. Араларҙы ысын мөхәббәт хисе бәйләне. Ул армиянан йөрөп ҡайтыуға мин дә уҡыуымды тамамлап, диплом алғайным.
Шаулап-гөрләп туй үтте. Матур ғына йәшәй башлаған кеүек инек, әммә тиҙҙән тәүге аңлашылмаусанлыҡтар алдында баҙап ҡалдым. Ҡәйнәм ҡатҡыл холоҡло, һараныраҡ, үҙ һүҙле кеше булып сыҡты. Башта иғтибар итмәҫкә, эшем менән ярарға тырыштым. Әммә һәр эшемдән кәмселек эҙләүе, кеше күңелен уйлап та тормай кәмһетергә маташыуы, аҙыҡ-түлекте ҡыҙғаныуы үҙәккә үтә башланы.
Йөккә уҙғас, уныһын-быныһын ашағым килә. Район үҙәгенә йөрөп эшләгән ирем аша берәй ризыҡ алдырһам, “Әллә беҙ улайтып аш төрләндереп, аш көҫәп ултырманыҡ, хәҙергеләр бигерәк килештерә”, тип мыҫҡыл иткәндәй әйтеп ҡуйыр ине. Атай-әсәйемдең ҡәҙерле генә балаһы булып үҫкән миңә бындай һүҙҙәрҙе ишетеү бигерәк ауыр ине. Юҡ-барға илап ҡына барам. Икәү-ара ҡалғанда ирем мине йыуата, әммә әсәһе алдында яҡлап бер һүҙ ҙә өндәшмәй.
Ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Балабыҙ булғас, яратып, үҙгәреп китер, тип уйланым. Ысынлап та, ейәнсәрен яратты. Баҙарға май-ҡорот һатырға барһа, берәй бүләк тотоп ҡайтыр ине. Әммә беҙҙең ара ғына яҡынайманы. Тиҙҙән яман һүҙҙәр менән әрләүҙән дә тартынмай башланы.
Иремә айырым сығыу, йәки район үҙәгенә күсеү тураһында һүҙ ҡуҙғата башланым. Ишетергә лә теләмәне. Район үҙәгендәге эше ябылып, Себер тарафына сығып китте. “Һин аҡсаға туймай, бөртөк кенә улымды Себергә сығарып ебәрҙең!” – тип битәрләне.
Ҡаршы өндәшмәй, булған эште башҡарып, ишле мал-тыуарҙы ла ҡарап, өй эсендә лә булышып, бала ла бағып, теш ҡыҫып йәшәргә тырыштым. Эстән тешләнеп йөрөп ныҡ ябыҡтым. Ейәнсәрен күрергә килгән әсәйем менән атайым, мине күреп, саҡ һуштан яҙманы.
Бығаса өс йыл буйы “матур йәшәйбеҙ” тип, бер нәмә лә һөйләмәй алдап килгәйнем. “Ҡыҙым, нимә булды? Ауырыйһыңмы әллә?” – тигәстәр, түҙмәнем, илап ебәрҙем. Былар мине айырып алып ҡайтырға булып китте. Шул ваҡытта ҡупҡан мәхшәрҙе күрһәгеҙ... Ҡәйнәм атай-әсәйемә әйтмәгән һүҙен ҡалдырманы, әрләп тә, ҡарғап та бөттө.
Кейем-һалымыбыҙҙы йыя башлағас, “быны мин алып бирҙем, быныһын да мин һатып алдым” тип ҡыҙымдың кейемдәрен ҡулымдан тартып ала башланы. “Уй, ҡыҙым, бер нәмә лә кәрәкмәй, баш һау булһа, кейем табылыр”, - тип, әсәйем мине тиҙерәк был йорттан алып китеү сараһын ҡараны.
Баламды күтәреп, ҡапҡанан сығып барғанымда ҡәйнәм бәпесемдең ҡулындағы иң яратҡан ҡурсағын йолҡа тартып алды. Ҡурсаҡты ла ул бүләк иткәйне...
Шуныһы ғәжәп, ирем минең артымдан килмәне. Ә мин уны килер, ярашырбыҙ, башҡаланып, бергә йәшәрбеҙ, тип көткәйнем.
Ҡыҙым мәктәпкә бара торған йылда яҙмышымды икенсе кеше менән бәйләнем. Аллаға шөкөр, был юлы уңдым. Ирем дә, ҡайным менән ҡәйнәм дә ҡыҙымды ла үҙ балаларылай ҡабул итте. Игеҙәк улдарыбыҙ тыуҙы.
Тәүге ирем ике тапҡыр ғаилә ҡороп ҡараған, әммә улары менән уңа алмаған. Шулай ҡағылып-һуғылып йөрөп, 40 йәшенә лә етмәй мәрхүм булып ҡуйҙы. Туғандары шылтыратҡас, ҡыҙымды алып барҙыҡ. Ни тиһәң дә, атаһы бит...
Хәҙер ҡәйнәм беҙҙең менән аралашҡыһы килә. Ҡыҙым уҡыған ҡалаға барып, ятағын табып, күстәнәстәр ҡалдырып киткән. Телефонымды табып, миңә лә шылтыратты. “Гөлиә миңә килеп йөрөһөн, улым мәрхүмдең берҙән-бер төҫө бит...”, - ти.
Бына шулай икән ул был тормош... Ҡасандыр баламдың ҡулындағы ҡурсаҡҡа тиклем тартып алып ҡалған кешене нисек ғәфү итергә? Ҡыҙыма аралашырға рөхсәт итергәме?
Гөлгөнә.
Белорет районы”.
Фото: bashgazet.ru