

Башҡортостан Хөкүмәтендә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе эшкә урынлаштырыу буйынса эш йүнәлештәре билдәләнде.
8 ноябрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән кешеләрҙе реабилитациялау. Яңы саҡырыуҙар һәм ҡарарҙар” пленар кәңәшмәһендә ҡатнашты. Сара “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” беренсе асыҡ форум-күргәҙмәһе сиктәрендә булды. Өфөләге “Торатау” конгресс-холында республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Бизнестың социаль элементы булараҡ инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу” темаһына сығыш яһаны.
Сарала ”Яңы проекттарҙы үҫтереү буйынса стратегик башланғыстар” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһының генераль директоры Светлана Чупшева сығыш яһаны. Видеобәйләнеш режимында агентлыҡ етәксеһе комплекслы ҡараштың һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе уңышлы реабилитациялау сығанағы булыуын билдәләне.
"Инвалидлығы булғандарҙың 70 проценты ҡарау, медицина һәм социаль реабилитациялау саралары менән тәьмин ителмәгән. Илдәге һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгәндәрҙең 14 проценты илдә эш менән тәьмин ителмәгән. Был өлкәнең үҫеше өсөн ҙур мөмкинлектәр бар икәнлеген беләбеҙ”, - тип белдерҙе ул.
Андрей Назаров сығышында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе эшкә урынлаштырыу, уларҙың һөнәри йәһәттән үҙен тормошҡа ашырыу өсөн бизнестың социаль аспектының төп аспекты икәнлеге тураһында әйтте. Уның белдереүенсә, был йәһәттән республика предприятиелары матур йолалар менән айырыла.
- Өфө моторҙар эшләү ойошмаһында бөгөн 346 инвалид фрезерлаусы, токарь һәм шымартыусы булып уңышлы эшләй. Шуларҙың яртыһы тиерлек – насар ишетеүселәр. “Альтернатива” заводында ла инвалидтарға ярҙам күрһәтелә. Унда һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән 34 кеше эшләй, - тине Премьер-министр.
Андрей Назаров Стратегик башланғыстар агентлығы менән берлектә Башҡортостанда “Барыһы өсөн дә асыҡ” инклюзив проектының тормошҡа ашырылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Уның маҡсаты – инвалидлығы булғандарҙың тауарҙарҙы һатып ала, хеҙмәттәрҙән файҙалана алыуы, улар өсөн уңайлы мөхит булдырыу.
Андрей Назаров бөгөн республикала яңы “Социаль координатор” пилот проектына старт бирелеүе хаҡында әйтте. Ул ауыр тормош хәленә тарығандарға ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән.
Фото һәм мәғлүмәт: https://pravitelstvorb.ru/news/19365/