Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
8 Ноябрь 2022, 14:57

Өс ир айыу менән көрәшә. Кем еңер?

Урман. Мылтыҡһыҙ дүрт ир-егет. Айыу...

Өс ир айыу менән көрәшә. Кем еңер?Өс ир айыу менән көрәшә. Кем еңер?
Өс ир айыу менән көрәшә. Кем еңер?

Интернетта таралған был видеоны ҡараһаң, сәс үрә тора. Цирк айыуы, ҡулға эйәләшкән хайуан, осоусылар ҡотҡарып ҡалып, бәләкәйҙән үҫтергән Мансур ҡушаматлы айыу бит был, тиһәләр ҙә, ҡурҡыныс. Хатта циркта эшләгән дрессировка оҫталары ла: "Иң ҡурҡыныс хайуан - айыу", - ти. Мәҫәлән, арыҫландар һәм юлбарыҫтар асыуын белдереп ырылдарға, ухылдарға, ауыҙын ҙур асып, тештәрен ыржайтырға мөмкин. Ә был йыртҡыстың йөҙөндә хис-тойғолары күренмәй. Бер ниндәй хәүеф белдермәй тик кенә ултырған айыуҙың секунд эсендә осло тырнаҡлы тәпәйе менән һелтәнеп, кешене өҙгөсләп ташлауы бар.  

Был видеояҙмала иһә өс ир бер айыу менән көрәшә: һыртына ла менәләр, ҡосаҡлашалар ҙа, тегеләй-былай тартҡылайҙар ҙа. Көләләр, шаяралар. Дүртенсе иптәштәре уларҙың көрмәкләшеүен видеоға төшөрөп тора. Сит ил кешеләре быны күрһә, ҡоттары осор, аңдарын юғалтып йығылырҙар инеме икән?..

Шаярыуҙың аҙағы имен-һау бөткәндер, моғайын. Юғиһә был видеояҙманы насар хәбәр менән бергә таратырҙар ине. Барыбер ҡырағай хайуандар менән һаҡ булырға кәрәк. 

Фото: vk.com/mansurbear

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас