Даирә
+24 °С
Дождь
Башҡа яңылыҡтар
8 Ноября 2022, 15:05

“Өлгөргәндер инде балан, йыйырға кәрәк, балам...”

Ә һеҙҙә ниндәй көҙгө байрамдар үткәрелә, дуҫтар?  

“Өлгөргәндер инде балан, йыйырға кәрәк, балам...”“Өлгөргәндер инде балан, йыйырға кәрәк, балам...”
“Өлгөргәндер инде балан, йыйырға кәрәк, балам...”

Танылған йырсыбыҙ Хәниә Фәрхиҙең “Балан” йыры бөгөн дә ҡолаҡта яңғырап торғандай. Көҙгө урман, һары япраҡтар менән бер рәттән, баштарын түбән эйгән балан тәлгәштәре күҙ алдына килә. Ә бына Балтас районының Маты ауылы ҡатын–ҡыҙҙары алтын көҙ муллығына арнап “Әсе балан тәмдәре” тигән күңелле фольклор байрамы үткәрҙе.

Беҙҙең халыҡ баландың файҙаһы, шифаһы хаҡында ғына түгел, ә уны әҙерләүҙең төрлө ысулдарын яҡшы белә. Ғәмәлдә, ул - сәләмәтлегебеҙҙе нығытыу, туҡланыу өсөн баһалап бөткөһөҙ хазина. Байрамды ойоштороусылар был хаҡта әллә күпме ҡыҙыҡлы мәғлүмәт менән таныштырҙы.

”Миләш” йыр ансамбле “Балан” йырын сәхнәлә башҡармай булдыра алманы. Лена Дәүләтшина, Фәнисә Ғәйфуллина, Рәмзә Фәрхетдинова, Әлиә Хәсәнова кисәне моңло йырҙары, нәфис һүҙ оҫтаһы Зөләйха Мифтахетдинова шиғырҙары менән йәмләне. Ауыл клубы мөдире Эльвера Солтанова “күңелле кисәнән тәмле балан бәлеше менән һыйланып, сәй эсеп таралыштыҡ” тип  хәбәр итә.

Ә һеҙҙә ниндәй көҙгө байрамдар үткәрелә, яҙығыҙ, дуҫтар!

Фото:”Балтас таңдары” гәзите.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас