Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
8 Ноябрь 2022, 11:57

Герой яҡташыбыҙ батырлығын ҡабатлаған

Әле был видеояҙмалағы яугирҙең хәле нисек?

Герой яҡташыбыҙ батырлығын ҡабатлағанГерой яҡташыбыҙ батырлығын ҡабатлаған
Герой яҡташыбыҙ батырлығын ҡабатлаған

Был видеояҙма интернет селтәрҙәрендә килеп сыҡҡас бөтә илде һәм хатта сит ил кешеләрен таң ҡалдырҙы. Рәсәй Ҡораллы Көстәре яугиренең батырлығы ысынлап та һоҡланыу тыуҙыра.

Асыҡланыуынса, был хәл Украиналағы махсус хәрби операция зонаһында булған. Ҡыйыу яугир ҡурҡыуын еңгән һәм дошмандың дрондан ташлаған ике гранатаһын үҙенән алып ташлаған.

“Томан” ҡушаматлы яугир аңлатыуынса, был хәл Харьков өлкәһендә Малая Рогань янында мартта була. Видеола 138-се айырым гвардия мотоуҡсылар бригадаһы яугире.

“Әллә нимә һөйләүҙәренә ҡарамаҫтан – яугир тере һәм һау”, – тип яҙған Телеграмда “Томан”.

Ә Башҡортостан халҡы был видеоны ҡарап беҙҙең яҡташыбыҙ башҡарған батырлыҡты хәтерләне. Ғәни Ғәлимов 1938 йылда Хәсән күле буйында башҡарған ҡылған уны. Лейтенант Ғәни Ғәлимов яуҙа япондарҙың утлы нөктәләрен юҡ иткәс, дошмандың осоп килгән гранаталарын, көрәк менән кире дошман яғына ырғытҡан.

Ошо ҡаһарманлығы өсөн Ғәни Ғәлимов ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ була.

Туймазы районының Япрыҡ ауылында 2020 йылда урындағы мәктәп стенаһында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, полковник Ғәни Ғәлим улы Ғәлимов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Ул бөтә Бөйөк Ватан һуғышын үтә һәм уны 130-сы Латыш уҡсылар корпусы штабының оператив бүлеге начальнигы вазифаһында тамамлай.

Фото: Скриншот. 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас