Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
8 Ноябрь 2022, 07:03

Эштәре лә уң, йәшәйештәре лә өлгөлө

Матурлыҡҡа ынтылмаған ҡатын-ҡыҙ юҡтыр ул. Ә шул матурлыҡты үҙ ҡулдарың менән булдырыу икеләтә ҡыуаныс. - Ысын матурлыҡты күргәндә, күңелгә йылы йүгерә. Күреүҙән бигерәк, уны тоя белергә кәрәк,- ти уңған, өлгөр, матурлыҡҡа ғашиҡ әңгәмәләшеүсем Һәүәләй ауылында йәшәүсе Гөлсинә Фәйзуллина.

Эштәре лә уң, йәшәйештәре лә өлгөлөЭштәре лә уң, йәшәйештәре лә өлгөлө
Эштәре лә уң, йәшәйештәре лә өлгөлө

Гөлсинә Мәҡсүт ҡыҙы өсөн матурлыҡ идеалы - уның әсәһе. Мәүлиха Муса ҡыҙы йәш сағынан тирә-яҡҡа йәм, хуш еҫ таратыусы сәскәләр үҫтерергә ярата. Оло булыуына ҡарамаҫтан, әле лә ихатаһы аллы-гөллө сәскәләргә күмелгән, ти Гөлсинә апай.
- Сәскәләрҙе бала саҡтан яратам. Йорт тирә-яғы, өй эсе һәр ваҡыт шау сәскә булды. Әсәйем миңә бәләкәйҙән матурлыҡты күрә белергә өйрәтте. Күктең матурлығы – йондоҙҙарҙа, кешенең матурлығы – сәләмәт булыуҙа, ә бына баҡсаның матурлығы – сәскәләрҙә, ти торғайны. Сәскә яратҡандарҙың күңелендә яуызлыҡ булмай, тиҙәр. Әсәйем изге, саф күңелле кеше. Әле уға 81 йәш. Бына бер-ике йыл ғына баҡсаға сыға алмай. Килен ҡәйнә тупрағынан, тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер. Әсәйем менән бергә йәшәгән Әлиә исемле киленебеҙ ҙә сәскә үҫтереү менән мауыға. Минең апайым да сәскә үҫтерергә ярата.
Ысынлап та үҙ ҡулдары менән сәскәләр үҫтереп, уларҙан матурлыҡ тыуҙырыусы ҡатын-ҡыҙҙарға һоҡланмау мөмкинме һуң. Кемеһенең генә ишек алдарына күҙ һалма, аллы-гөллө сәскәләр, тирә-яҡҡа нур һибеп, балҡып, матурлыҡ бөркөп ултыралар. Уларҙы үҫтереү өсөн дә күп көс, тырышлыҡ кәрәк.
- Күберәге күп йыллыҡ сәскәләр ултыртам. Орлоҡтарын башлыса почта аша яҙҙыртып алам. Мәҫәлән, розалар, пиондар, декоратив япраҡлы гейхера ҡыуағын, төрлө төҫтәге ҡыуаҡлыҡтарҙы быйыл көҙҙән бик күп ултырттым. Хоста, гортензия сәскәләренең төрлө сорты, һигеҙ төрлө герань, ике төп шар формаһындағы матур сәскә - мультифлораның хризантемаһы, ике туя ағасы үҫә. Әйткәндәй, туя ағасын бер яҡ ҡойма буйлап теҙеп ултыртырға иҫәп бар. Әле ул ағасты ботаҡтан үҫтереү өсөн пластик һауытҡа ултырттым. Ул ике айҙан һуң тамыр йәйергә тейеш. Был ағастарға киләһе йыл берәй форма биреп ҡырҡырға ниәтләйем.
Яҙ көнө баҡса эше тюльпандарҙан башлана, шунан лилиәләр китә һәм башҡалар. Йәй буйы баҡса, йорт алды төрлө төҫтәргә күмелә. Быйыл йәй апайым менән район үҙәгендә үткән сәскәләр фестивалендә ҡатнаштыҡ. Киләсәктә тағы ла ҡатнашырға уйлайбыҙ. Сәскәләр донъяға башҡа күҙ менән ҡарарға, кәйефте күтәрергә ярҙам итә.
Дөйөм майҙаны 42 сутый ерҙә йәшелсә-емеш үҫтерәбеҙ, бер мөйөштә иң популяр сидераттарҙың береһе – гәрсис сәсәбеҙ, еләкле ерем дә күп. Һауа торошо ҡоро тороуға ҡарамаҫтан, еләк мул уңыш бирҙе. Быйыл еләк һатып алыусылар ҙа күп булды. Киләһе йылға бер яҡ ҡойма буйлап һарымһаҡ ултыртырға килештек. Бөтә орлоҡтарҙы ла ергә ир-егет ҡулдарынан төрттөрәм. Ирҙәр ҡулы мул уңыш килтерә, шуға уларға ҡушам. Иртә яҙҙан рассада ултыртып тормайым, тура теплицаға сәсәм. Боросто ғына ғинуар айынан башлап рассада итеп ултыртам, сөнки ул оҙаҡ үҫә, шуға өлгөрә алмай. Сәскәләргә килгәндә петуния рассадаһын ултыртмайым, ул минең сәскәм түгел, - ти Гөлсинә Мәҡсүт ҡыҙы.
Гөлсинә апай сәскә үҫтереүҙән тыш, оҙон ҡыш көндәрендә бәйләм менән булыша. Яҡындарына свитер, кофталар, тапочкалар бәйләп кейҙерә, диван, ултырғыстарға япмалар ҙа бәйләй.
Уңған ханым яҙҙан шифалы үләндәр ҙә йыя. Көҙөн урман-ҡырҙарға кәрзинен тотоп бәшмәккә, андыҙға йөрөй.
- Элек-электән ата-бабаларыбыҙ төрлө-төрлө шифалы үләндәр менән дауаланған, уларҙы йыйып киптереп, ҡайнатып эскән. Айырыуса тыуған төйәгебеҙҙә үҫкән төрлө шифалы үләндәр ҡушып яһалған сәй эсеү – үҙе ни тора. Айырым үләндәрҙең файҙалы үҙенсәлеген белгәндә, бик күп сирҙе улар ярҙамында дауаларға мөмкин. Ләкин һәр кемгә лә килешмәҫкә мөмкин. Шуға күрә, ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ,- ти ул.
Уңған гүзәл зат үҙенең яратҡан шөғөлдәре өсөн һәр саҡта ваҡыт таба. Дәрт булғас, һәр нәмә үҙ ваҡыты менән күҙаллап ҡуйылған. Ҡул эше мине тынысландыра, донъя мәшәҡәттәренән арындыра, ти Гөлсинә Мәҡсүт ҡыҙы.
Әйткәндәй, бының менән генә сикләнмәй ул. Аласыҡтарының бер мөйөшөндә үҙ инициативаһы менән ғаилә музейын булдырған. Музей экспонаттары - яҡындарынан, туғандарынан ҡалған ҡомартҡылар.
Мәҫәлән, Гөлсинә апайҙың ҡайныһы гармунда оҫта уйнаған, бөгөнгө көндә был инструмент музейҙың бер мөйөшөнән урын алған. Бында шулай уҡ сигелгән таҫтамалдар, мендәрҙәр, япмалар, ырғаҡ менән бәйләнгән селтәрҙәр, һауыт-һаба, килен һыуға барған биҙәлгән биҙрәләр һәм башҡалар һаҡлана.
Фәйзуллиндарҙың йорто эстән дә, тыштан да балҡып ултыра. Төрлө орнамент менән семәрләп биҙәлгән тәҙрә йөҙлөктәре, ҡыйыҡ ситтәре – быларҙың бөтәһе лә хужаның хеҙмәт емештәре. Әйткәндәй, Фәйзуллиндар 2010 йылда һабантуйҙа «Иң матур йорт» район конкурсы йомғаҡтары буйынса еңеүсе булалар.
Ринат Риф улының тамырҙары Борай яҡтарынан булһа ла, йәшәгән ерен үҙ иткән, ошонда хеҙмәт һалған. Бөгөнгө көндә хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, вахта ысулы менән Когалымда эшләп йөрөй. Уның атаһы Риф Вәсбирахман улы ағас эшенә бик оҫта кеше була. Уға оҡшап Ринат ағай ҙа балта оҫтаһы. Һандыҡтар ҙа эшләй. Баҡсаға беседкалар, ҡоҙоҡ эшләп ҡуйған. “Бынамын тигән ҡул оҫтаһы”, тип һоҡланалар уның эштәрен күреүселәр. Ҡулдарынан килгән оҫталыҡты рәхәтләнеп улдары менән бүлешә. Атаһынан күреп, уҡ юнып үҫкән ир балалар бөгөн үҙҙәре лә алтын ҡуллы. Өйрәнегеҙ, өйрәнгәнегеҙ үҙегеҙ өсөн кәрәк булыр, тип дәртләндерә Ринат ағай улдарын. Тағы шуны өҫтәп әйтеп үтергә кәрәк, Ринат ағай йыл һайын туй көндәренә Гөлсинә апайға үҙ ҡулы менән бүләк эшләп тапшыра. Шулай, 10 һәм 25 йыллыҡ туй юбилейҙарына һандыҡ эшләгән. Хәҙер Гөлсинә апайҙың биҙәлеп эшләнгән ике һандығы бар.
- Мәктәптә француз телен өйрәнә инек. Шуғалырмы, бишенсе кластан Парижды барып күреү теләге менән ғүмер буйы янып йәшәнем. Ирем мине аңлап, пенсияға сыҡҡас, 8 Март байрамына Парижға путевка алып бирҙе. Шулай итеп бала саҡ хыялым тормошҡа ашты. Уның өсөн мин иптәшемә оло рәхмәтлемен. Париж үҙәгендәге Эйфель башняһы янында бишенсе класта ятлаған шиғырымды һөйләргә теләй инем. Шунан гидҡа хыялымды сисеп һалдым да, шиғырымды француз телендә һөйләп ишеттерҙем. Халыҡ ҡул саба башлағас, хыялым тормошҡа ашты, тип бик ҡәнәғәт булдым. Шул саҡ француз теленән уҡытҡан уҡытыусымды иҫкә төшөрөп, рәхмәттәр уҡыным. Тормошта һәр ваҡыт алдығыҙға маҡсаттар ҡуйып, яҡты хыялдар менән йәшәгеҙ һәм ул ҡасан да булһа тормошҡа ашасаҡ,- ти Гөлсинә апай хәтирәләргә бирелеп. – Сәйәхәт итергә яратабыҙ, батырға ла ял кәрәк. Урта Азия, Ебәк юл ынйылары – Ташкент, Сәмәрҡәнд, Бохара һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренә йыш барып ҡайтабыҙ.
Гөлсинә апай Белорет медицина училищеһын тамамлап, Прибельскийҙа өс йыл отработкала йөрөгәндән һуң, Өфө ҡалаһына сығып китә һәм Өфө агрегат заводы поликлиникаһына шәфҡәт туташы булып эшкә урынлаша. Шул уҡ заводта электрик булып эшләп йөрөгән Ринат менән бер күреүҙән бер-береһенә ғашиҡ булып, сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Йәш ғаилә заводтың дөйөм ятағында көн күрә. Мөхәббәт емештәре булып улдары Руслан донъяға ауаз һала. Бер аҙ ҡала мөхитендә йәшәгәндән һуң, ғаилә тыуған төйәгенә ҡайтырға ҡарар итә. 1991 йылда Һәүәләй ауылына ҡайталар, ул саҡта Баҡса урамында ике йорт ҡына була, шуның береһендә Фәйзуллиндар йәшәйҙәр. Ул ваҡытта был яҡтарға газ, ут, һыу килеп етмәгән була. Шуға ҡарамаҫтан, бөтәһенә лә күнегәһең, тырышаһың, табаһың... Ләкин заманалар үҙгәрә, донъя алға ынтылыш менән бара һәм ғаилә бөтә уңайлыҡтары булған тормош менән ҡайнап йәшәй. 1995 йылда ер алып, күркәм, иркен йорт һалып сығалар. Фәйзуллиндар үҙ көстәре менән һалған, хужаның оҫта ҡулдары менән биҙәп-йыһазландырылған, бөтә уңайлыҡтары булған күркәм йортта шатланып ғүмер итә.
- Шундай ауыр ваҡыттар булды инде 90-сы йылдарҙа. Ә хәҙер йорт төҙөйөм тиһәң, бөтәһе лә бар – газы, һыуы, уты үткәрелгән, шөкөр итеп йәшәргә генә ҡала,- ти Гөлсинә Мәҡсүт ҡыҙы.
Ауылға ҡайтҡас ул Һәүәләй балалар баҡсаһына эшкә урынлаша. Һуңынан хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем ауыл дауаханаһына күсеп эшләй башлай. Пенсияға сыҡҡас та өс йыл магазинда эшләп ала.
Фәйзуллиндар өс малайға ғүмер биреп, тырыш, илһөйәр балалар үҫтергән. Һәр береһе тормошта үҙ урындарын тапҡандар. Өлкән улдары Руслан ғиләһе менән Өфө ҡалаһында йәшәй. Килендәре Әлфиә менән аҡыллы, тәүфиҡлы ике ул үҫтерәләр. Уртансы улдары Рушан менән килендәре Элина ла Өфө ҡалаһында төпләнгәндәр. Тиҙҙән улар йорттарына ҡот өҫтәп, бәпес алып ҡайтырға йыйына. Донъялағы мохтажлыҡтарҙы, ҡайғы күрмәй, ата-әсә наҙында иркәләнеп, бала саҡ илен татып, сәләмәт булып үҫһен, тип теләйбеҙ. Фәйзуллиндарҙың кесе улдары Рифат әлегә өйләнмәгән. Әлеге ваҡытта атаһы эргәһендә Себерҙә эшләп йөрөй.
Эштәре лә уң, йәшәйештәре лә өлгөлө Фәйзуллиндар кеүек ғаиләләр донъяны йәмләй, уны тағы ла сағыуыраҡ, төҫлөрәк итә. Ошондай ғаиләләр күберәк булһын ине, тигән теләктә ҡалабыҙ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас