Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
8 Ноябрь 2022, 15:50

Ә һеҙҙә күреп үрәләрме?

Элек ауылда ул бик файҙалы, кәрәкле әйбер ине...

Ә һеҙҙә күреп үрәләрме?Ә һеҙҙә күреп үрәләрме?
Ә һеҙҙә күреп үрәләрме?

Халҡыбыҙҙа кәсепселек борондан үҫешкән. Шуларҙың береһе – күреп үреү.

Бөгөнгө заманда ауылдарҙа тимер, пластмасса арбаларҙы файҙалана башлағас, күрепкә ихтыяж кәмене. Бәлки, шуғалыр ҙа күреп үргән кешеләр ҙә һирәк. Әммә ундай оҫталар арабыҙҙа бар. Шуларҙың береһе – Мостафа Сафуан улы Ҡотлогилдин Белорет районының Аҙналы ауылында йәшәй.

– Оҫта ҡуллы, тырыш кеше. Эште еңел итеп, үҙенсә йәтеш кенә башҡарып ҡуя, электән шулай. Ат тотҡан кешеләргә күреп кәрәк. Ҡар түгергә бәләкәсе лә кәрәк, – ти ауылдашы Наил Әхмәтшин.    

Мостафа Ҡотлогилдин колхозда эшләгән, бер аҙ ситтә лә йәшәп ҡайтҡан. Уның бер туған Суфиян ағаһы ла ошондай кәсептәргә оҫта булған, сыбыртҡы ла ишкән.

Күрепте йәш тал һәм муйыл ағасынан эшләйҙәр. Йомортҡа, ҡорот һаҡлау өсөн кәрзиндәр, иген, еләк һәм башҡалар өсөн балсыҡ менән һыланған ҙур кәрзиндәр (сыт), ҙур шешә өсөн формалар, йорт ҡоштарына оялар, балыҡ тотор өсөн ау, ситән арба, кашауай арба өсөн көймә, мөшкә һәм һунарға барғанда аҙыҡ-түлек һала торған ҡап (алап), ашамлыҡ һаҡлай торған кәрзиндәр, сабата, ҡайһы бер райондарҙа кирәм һәм башҡа әйберҙәр үргәндәр. Шулай уҡ йәш тал сыбығын (төньяҡ райондарҙа — муйылдыҡын) айырып, юнып, әйбер һаҡлау өсөн кәрзин һәм бирнә һандығы эшләгәндәр.

Фото: vk.com

Автор:Рәмилә Мусина

https://bashgazet.ru/articles/bash-ort-donya-y/2022-11-08/ni-h-er-k-repte-ulanmay-ar-3019637

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас