Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
7 Ноябрь 2022, 07:46

Ул бер нимәнән ҡурҡып тормаған

Әммә артабан ябай кешеләргә махсус хәрби операция зонаһына инеү тыйыла. 

Ул бер нимәнән ҡурҡып тормағанУл бер нимәнән ҡурҡып тормаған
Ул бер нимәнән ҡурҡып тормаған

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһе бүләкләү тантанаһынан башланды. Ул Межгорье ҡалаһынан доброволец – “Уралпромстрой” компанияһының финанс директоры Сергей Люлин.

– Беҙҙә кәңәшмәгә республика өсөн мөһим ҡылыҡтары менән айырылып торған кешеләрҙе саҡырыу традицияһы бар. Сергей Анатольевич – ысын илһөйәр, махсус операцияның беренсе көнөнән үк бағыусылар ярҙамы күрһәтте. Ул янғын ирекмәне. Яугирҙәребеҙгә ярҙам тураһына һорау тыуғас, ул үҙе руль артына ултыра һәм гумконвой составында махсус хәрби операция зонаһына килеп етә. Машинаны бушата ла уны Шайморатов исемендәге батальон позицияһына илтә, УАЗ-ды яугирҙәргә тапшыра. Сергей Анатольевич, ысын ир-егеттәр рәхмәте һеҙгә, – тине Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.

Бынан махсус хәрби операция зонаһына граждандарға инеү тыйыла, был хәүефле, тине ул. Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаровҡа мөрәжәғәт итеп, уға ошо мәсьәләне тәртипкә килтерергә ҡушты. Бында ябай республика халҡы – махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙгә гуманитар ярҙам күрһәткән меценаттар хаҡында һүҙ бара.

– Был мәсьәләне тәртипкә килтерергә кәрәк. Алғы һыҙыҡҡа бер кемде лә ебәрергә кәрәкмәй. Был бик хәүефле. Егеттәр ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуймаһын өсөн ойошҡан конвойҙар ғына ебәреү тураһында уйлашырбыҙ, – тине Башҡортостан Башлығы.

Фото: скрин-шот. 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас