

Бөгөн аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү барышы тикшерелде. Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы буйынса төбәктә 126 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелә тип белдерҙе.
Ошо эш йомғаҡтары буйынса 45 паркты һәм скверҙы, 17 яр буйын, ете майҙанды, 15 йәйәүлеләр зонаһын һәм аллеяны норматив хәлгә килтереү күҙаллана. Шулай уҡ тораҡ пункттарҙа дүрт фонтан, 17 балалар уйын һәм 34 спорт майҙансығы, 12 скейт-парк, биш автоҡаласыҡ ҡуйыласаҡ.
– 42 объект төҙөкләндерелгән дә инде. Тағы 84 биләмә буйынса эштәр аҙағына яҡынлаша – бәләкәй архитектура формаларын ҡуйыу, видеокүҙәтеү һәм яҡтыртыу системаларын монтажлау ғына ҡала. График үтәлеше министрлыҡтың шәхси контролендә, – тине Ирина Голованова.
Планда – “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты буйынса маҡсатлы күрһәткестәрҙе, финанслау күләмдәрен ағымдағы йыл кимәлендә һаҡлау. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылда төҙөкләндереү өсөн биләмәләрҙе һайлау буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреү йомғаҡтары буйынса республика халҡы тағы 122 йәмәғәт киңлеген һайланы.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев белдереүенсә, урында 2022 йылда 12 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән. Атап әйткәндә, “Ҡашҡаҙан” паркын һәм Дим паркын яңыртыуҙы, Совет майҙанын, шулай уҡ Дан бульварындағы Муса Гәрәев скверын яңыртыу тамамланған. Мушников урамындағы скверҙа һәм ҡаланың төньяҡ өлөшөндәге “Нефтехимиктар” паркында эштәр дауам итә.
Бынан тыш, 3 ноябрҙә Киров районында “Өфө – хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” стелаһы асылды, уның эргәһендә шулай уҡ биләмә төҙөкләндерелә.
Башҡортостан Башлығы муниципалитеттарға ижтимағи киңлектәрҙе яңыртыу динамикаһы өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Быйыл беҙ әүҙем эшләнек, ҙур төҙөкләндереү күләмен башҡарҙыҡ. Был бик яҡшы, төплө ҡараш, – тине Радий Хәбиров. – Баш ҡалабыҙҙы 2024 йылда 450 йыллыҡ юбилейға әҙерләү буйынса пландарыбыҙ ҙур. Әммә территорияларҙы яңыртыуға средстволарҙы ғәҙел бүлеү өсөн башҡа тораҡ пункттарҙы ла онотмауығыҙҙы һорайым.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.