

2022 йылда Башҡортостан йәш һәм социаль эшҡыуарҙарға ярҙамға йәлеп ителгән федераль аҡса күләме буйынса Рәсәй төбәктәре араһында беренсе урынды алды. Республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта һүҙ барҙы.
Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов ошо өлкәләрҙәге эшҡыуарлыҡ башланғыстарын тормошҡа ашырыуға 134,5 миллион һум, шул иҫәптән 131,8 миллион һум федераль бюджеттан йәлеп ителеүен хәбәр итте.
– Киләһе йылда йәш һәм социаль эшҡыуарҙарға дөйөм ярҙам күләмен 21 процентҡа – 162,9 миллион һумға тиклем арттырырға планлаштырабыҙ, – тине Рөстәм Афзалов. – Был гранттарҙы кеше йәшәмәгән биналарҙы ҡуртымға алыу һәм ремонтлау, төп саралар һәм ҡорамалдар һатып алыу, инженер инфраструктураһы объекттарына тоташтырыу, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү менән бәйле сығымдарҙың бер өлөшөн финанслауға йүнәлтергә мөмкин.
Министр ике йылда төбәктә социаль эшҡыуарҙар һанының ике тапҡырҙан ашыуға – 393 кешегә тиклем артыуын да билдәләне. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан илдә Мәскәү өлкәһенән ҡала икенсе урынды биләй.
– Уҙған аҙнала гранттар биреү буйынса конкурстың икенсе этабына документтар ҡабул ителә башланы, ул 15 ноябргә тиклем дауам итә. 2022 йылдың аҙағына тиклем социаль йүнәлешле бизнесҡа тағы 4,2 миллион һум бүлергә ниәтләйбеҙ, – тине Рөстәм Афзалов. – Социаль-иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә йәштәр эшҡыуарлығы ла мөһим роль уйнай. 2022 йылда Рәсәй Хөкүмәте тәүге тапҡыр йәш бизнесмендарға грант ярҙамы тураһында ҡарар ҡабул итте. Шуның менән бергә илдә бирелгән гранттарҙың дүрттән бер өлөшөн – 63,1 миллион һумды – Башҡортостандың йәш эшҡыуарҙары алды.
Радий Хәбиров республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы коллективына эшҡыуарлыҡтың социаль йүнәлешле секторын үҫтереү буйынса әүҙем эш алып барғандары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.