Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
7 Ноябрь 2022, 15:43

Өс меңдән ашыу кеше тикшереү үткән дә инде

Һанлы ҡорамал теүәл диагноз ҡуйыуҙа  табиптарҙың уң ҡулы  

Өс меңдән ашыу кеше тикшереү үткән дә индеӨс меңдән ашыу кеше тикшереү үткән дә инде
Өс меңдән ашыу кеше тикшереү үткән дә инде

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының  медицинаның тәүге звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы,быйыл май айында  Нуриман үҙәк дауаханаһында “Флюоро-ПроГраф-РП” флюорография һанлы аппараты файҙаланыуға тапшырылғайны. Рәсәйҙә етештерелгән яңы ҡорамалда 3 216 пациент тикшереү үткән дә инде. Заманса флюорограф ауырыуҙың  күкрәк ситлеге ағзаларына тикшереү үткәреү өсөн тәғәйенләнгән.

– Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы, дауаханабыҙ яңы ҡорамалдарға байый. Заманса һанлы флюорограф табипҡа экрандағы һүрәтте бик тиҙ күрергә һәм диагноз ҡуйырға ярҙам итә, – тине Нуриман үҙәк район дауаханаһының баш табибы Салауат Ғайсин.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас