Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
7 Ноябрь 2022, 06:54

Борсолорға урын юҡ

Сәләмәтлек тормошта иң ҡиммәттәрҙең береһе. Көнөнөң күп өлөшөн мәктәптә уҙғарыусы балаларҙың сәләмәтлеге ашханала нисек туҡланыуына ла ныҡ бәйле.

Борсолорға урын юҡБорсолорға урын юҡ
Борсолорға урын юҡ

С.М.Чугункин исемендәге мәктәптең ашханаһында бик тәмле бешерәләр. Быны беҙ мәктәп туҡланыуын ойоштороуҙың сифаты менән яҡындан танышыу маҡсатында ойошторолған “Асыҡ ишектәр көнө”ндә белдек. Беҙ барғанда балалар иртәнге ашҡа килергә йыйына ине. Менюла: һөтлө бутҡа, емешле салат, йогурт, икмәк, сәй. Ата-әсәләр ҙә бешерелгән аҙыҡты ауыҙ итте, меню менән танышты, туҡланыуҙы ойоштороу менән ҡыҙыҡһынды, ашханасылар менән аралаштылар.
- Балаларҙың туҡланыуы – бөгөн көнүҙәк мәсьәлә. Беҙҙең мәктәптә ҡайнар аш биреүҙе ойоштороу тейешле кимәлдә ҡуйылған. Мәктәп менюһына индерелгән ризыҡтарҙың юғары сифатлы булыуы күҙәтеү аҫтында тотола.
- Беҙҙең мәк тәп уҡыусылары 2-се Ҡыр мыҫҡалы мәктәбендә, гим назияла һәм садик бина һында белем алалар. Бөгөн беҙ балалар баҡсаһы бинаһында туҡланыуҙы ойоштороуҙы тикшерҙек. Ашнаҡсылар бик сифатлы әҙерләй, ата-әсәләр яғынан иҫкәрмәләр юҡ, балаларға ла бик оҡшай. Мәктәп ашханаларында туҡланыу сифатын тикшереү буйынса комиссиялар эшләүе тураһында хәбәр иткәйнек инде. Был комиссияларға ата-әсәләр ҙә инә. Бынан тыш, ата-әсәләргә ашхана ишектәре һәр ваҡыт асыҡ. Улар килеп балалар ашаған ризыҡтарҙы тәмләп, туҡландырыуҙың нисек ойош торолоуын ҡарай ала,- тине тәрбиәүи эштәр буйынса мәктәп директоры урынбаҫары Гүзәл Мөхитдинова.
Ашнаҡсы Эльмира Әхмәтова менюны төҙөгәндәге үҙенсәлектәр, нимәләргә өҫтөнлөк биреүҙәре тураһында һөйләне.
- Мәктәп туҡланыуы, әлбиттә, сифатлы һәм файҙалы булырға тейеш. Ризыҡ төрө миҙгелгә тап килә, мотлаҡ аҙыҡтарҙан ит, һөт, ярма аштары, йәшелсә, эсемлектәр. Ашханала хеҙмәттәшем Илмира Степанова менән эшләйбеҙ. Меню тейешле тәртиптә төҙөлгән, ул СанПин нормаларына тап килеп эш лән гән. Ун көнгә төҙөлгән ме нюла файҙалы, витаминлы, баланың үҫешенә булышлыҡ итерҙәй, республикала етештерелгән продукцияға өҫтөнлөк бирелә. Аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙә тотҡарлыҡтар юҡ, һәр кесаҙна-йома көндө продукция килтерелә. Тәрилкәгә һалынған аш күләме ме нюла күрһәтелгәнгә тап ки лә, аҙыҡты өҫтәлгә йылы кө йө бирергә тырышабыҙ. Аҙ наһына өс тапҡыр һөтлө бут ҡа, ике тап ҡыр балыҡ, ит, макарондар, йылы аш, витаминлы салаттар, көн һайын мейестән яңы сыҡҡан икмәк килтерелә,- ти Эльмира Венер ҡыҙы.
Һәр ата-әсә аҙыҡ-түлек блогының эш принциптары, меню төҙөү алымдары, про дукция менән тәьмин итеү селәр тураһында мөһим мәғлүмәт алды. Һуңынан улар өсөн туҡланыу буйынса анкета ла ойошторолдо. Ата-әсәләр был сара һәм мәктәптә балаларҙың туҡланыуы менән ҡәнәғәт булдылар һәм рәхмәт әйттеләр.
Мәктәп ашханаһында тә нәфестә балаларҙы ҡайнар, сифатлы аш-һыу көтә. Ғөмүмән, ата-әсәләргә борсолорға урын юҡ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас