Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
7 Ноябрь 2022, 16:26

Атай менән әсәй талаша башлағас...

Өс малайҙың нилектән багажникка инеп ятҡаны асыҡланды.

Атай менән әсәй талаша башлағас...Атай менән әсәй талаша башлағас...
Атай менән әсәй талаша башлағас...

Был ялдарҙа Иглин районынан килгән яңылыҡ республика халҡын һиҫкәндерҙе. Төн менән өс бер туған малай юғалған булып сыҡты. Уларҙың бәләкәйенә – биш һәм ҙурына 12 йәш ине. Төнө буйы эҙләгәс, иртәгәһенә малайҙар табылды. Асыҡланыуынса, улар ихатала торған машинаның багажнигында йоҡлап ятҡан.

Малайҙарҙың иҫән-һау табылыуы, бер яҡтан, ҡыуандырһа, икенсенән, аптыратты. Өс малай унда нисек барып эләккән дә, нисек тыныс ҡына йоҡлап ятҡан? Бөгөн был һорауға яуап табылды.

Баҡһаң, кис көнө атай менән әсәй араһында ыҙғыш сыға. Талашҡандарын балаларына күрһәтергә теләмәгән өлкәндәр малайҙарға кейенеп тышта йөрөп торорға ҡуша. Әҙерәк тышта йөрөп өшөгән балалар күршеләренә бара. Улар иһә өйҙәренә ҡайтырға ҡуша.

Малайҙар өйгә инергә ҡыймай. Ихатала торған машинаның багажнигын асалар ҙа, шунда инеп йоҡларға яталар. Уларҙы тик иртәгәһенә генә табалар. Балаларҙың һаулығына ҡурҡыныс янамай.

Полицейскийҙар әсә кешегә ҡарата Рәсәй Федерацияһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 5.35-се статьяһы буйынса административ протокол төҙөгән. Статьяның санкцияһы иҫкәртеү йәки йөҙҙән биш йөҙ һумға тиклемге күләмдә административ штраф һалыу формаһында язаны күҙ уңында тота.

Бәлиғ булмағандар эше буйынса хеҙмәткәрҙәр иҫкәртеү сараларын күрә.

Фото: "Моя Уфа". 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас