Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
6 Ноябрь 2022, 05:54

Яралылар дошман позицияларынан эвакуациялаған

Башҡортостандың яугирҙәре яралыларҙы туранан-тура дошман позицияларынан эвакуациялаған.  

Яралылар дошман позицияларынан эвакуациялағанЯралылар дошман позицияларынан эвакуациялаған
Яралылар дошман позицияларынан эвакуациялаған

Алышта «Шкипер» һәм «Турист» позывнойлы һалдаттар яралы иптәштәрен туранан-тура дошман позицияларынан эвакуациялай. Был турала М. Шайморатов һәм А. Доставалов исемендәге ирекле батальондарҙың телеграмма каналында хәбәр ителә.

«Егеттәр, хәүеф булыуға ҡарамаҫтан, хеҙмәттәштәренең ғүмерен ҡотҡарыу өсөн миномет һәм артиллерия уты аҫтындағы ике мина яланын еңеп сыҡты», — тиелә хәбәрҙә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда ойошторолған ирекле батальондар хәрби әҙерлек үткәндән һуң августта махсус операция зонаһына ебәрелде.

Ошо арала Салауат Юлаев исемендәге өсөнсө ирекле батальон хәрби әҙерлек урынына китергә тейеш. Уның командиры белдереүенсә, беренсе төркөмдө ебәргәндән һуң икенсеһенең формалашыуы башлана, сөнки батальонға инергә теләүселәр күп.

Автор:Айгул Клысбаева
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас