

Иглин районында өс бала юғалған “Регион 102. Иглино” хәбәр итеүенсә, улар: Арсений Алижан улы Йосопов, 5.08.2017 йылғы, Әмир Алижан улы Йосопов, 18.03.2012 йылғы һәм Артем Алижан улы Йосопов 21.06.2010 йылғы.
Хәбәр ителеүенсә, малайҙар кисә, 5 ноябрҙә юғалған. Улар төнгө 23.30 сәғәттә өйҙәренән билдәһеҙ йүнәлештә сығып киткән.
Арсений зәңгәр куртка, зәңгәр шапка, кроссовки, Әмир хаки төҫөндә куртка, ҡара кроссовки, Артем ҡара куртка, ҡара салбар һәм ҡара кроссовки кейгән.
Уларҙың ҡайҙалығын белгәндәрҙән 112 полиция телефоны буйынса йәки 8-927-969-89-19, 8-917-383-56-87 телефондарына шылтыратыу һорала.
Фото: "Башинформ".