+21 °С
Болотло


Йыш ҡына ватсаптың яҡшыртылған вариантын ҡулланырға тигән тәҡдим килә. Йәнәһе, телефоныңа яңыһын, шәберәген ҡуйып ал.
Белеп ҡуйығыҙ, YoWhatsApp һәм WhatsApp Plus — иң хәүефле ҡушымталар. Улар нимәһе менән ҡурҡынысмы?
Һеҙҙең хәбәр-хаттарҙы уҡып, башҡа кешеләргә ебәрә алалар;
Һеҙҙең телефон номерҙарығыҙҙы һәм таныш-дуҫ-туғандарығыҙҙың һеҙҙә һаҡланған номерҙарын урлай алалар;
Фотоларығыҙҙы һәм файлдарығыҙҙы урлай алалар;
Һеҙҙең геопозицияғыҙҙы - ҡайҙалығығыҙҙы белә алырға мөмкиндәр.
Һаҡ булығыҙ һәм үрҙәге ҡушымталарҙы телефонығыҙға ҡуймағыҙ, ҡулланмағыҙ.
Фото: www.nextpit.com