

Себерҙә йәшәгән класташым шылтыратып: “Өфөлә булам, һине күреп китәһе ине. Күстәнәскә кедр тубырсыҡтарын алдым. Яңы ғына урманға сығып йыйҙыҡ. Эсендәге сәтләүектәре хәтәр шифалы - файҙаланырһың”, - тигәйне.
Ҡыҙыҡһына төштөм: баҡһаң, кедр йәки эрбет тубырсыҡтары һәм уның емеше, ысынлап та, байтаҡ сирҙәрҙән ҡурсалай һәм дауалай икән. Ҡайһы бер үҙенсәлектәрен билдәләп үтәйек.
Кедр сәтләүектәре себер урманының байлығы булып һанала. Уларҙа рухи ҡеүәт һәм файҙалы матдәләрҙең уникаль пропорцияһы йыйылған. Составына ҡайһы бер витаминдар (А, Е, В төркөмдәре), баҡыр, марганец, кремний, цинк, тимер, йод инә. Бынан тыш, кедр сәтләүектәрендә организм еңел үҙләштергән майҙар, аҡһымдар күп. Шуға күрә белгестәр туҡланыу рационына мотлаҡ кедр сәтләүектәрен индерергә тәҡдим итә. Улар айырыуса балалар организмына файҙалы.
Кедр сәтләүеген халыҡ медицинаһында киң ҡулланалар. Уның төнәтмәһе айырыуса популяр, ул яраларҙы, һыҙырылған урындарҙы төҙәтеү, ашҡаҙан-эсәк юлын, организмдың һаҡланыу көсөн нығытыу, ҡан һәм лимфаны таҙартыу, быуын ауырыуҙарын дауалау өсөн ҡулланыла.
Ревматизм менән яфаланғанда кедр сәтләүеге ҡабығы ҡайнатмаһын ҡулланырға кәрәк. Уны әҙерләү өсөн 1 стакан ҡабыҡҡа 1 литр ҡайнар һыу ҡойалар һәм 3 сәғәт дауамында яй утта ҡайнаталар. Һуңынан ҡайнатманы һыуытырға, һөҙөргә кәрәк. Уны көнөнә өс тапҡыр ашарға ярты сәғәт тирәһе ҡалғас көнөнә 100-әр мл ҡабул итәләр.
Ҡанды таҙартыу өсөн бер нисә ингредиенттан торған ҡатнашма әҙерләнә. 0,5 л шыйыҡ бал һәм алоэның ваҡланған япраҡтарын, бер стакан онталған кедр сәтләүеген, 1 аш ҡалағы ҡайын дегетен һәм 1 аш ҡалағы 5% йод эретмәһен алырға кәрәк. Бөтә компоненттарҙы бутап, 12 көнгә ҡараңғы урынға ҡуялар. Артабан төнәтмәне һөҙөп, ашарға ярты сәғәт ҡалғас, көнөнә ике тапҡыр бер сәй ҡалағы күләмендә ҡулланалар.
Кедр, йәки эрбет сәтләүеге бешерелгән һөт йүткереүҙән ҡотолорға ярҙам итә. Бының өсөн бер литр һөткә 200 грамм кедр сәтләүеге һалып, 20 минут ҡайнатырға кәрәк. Унан иртән һәм кис берәр стакан йылы һөттө эсергә.
Эрбет (кедр) майы ҡан тамырҙарының варикоз киңәйеүенән яфаланғандарҙың ауыртыу тойғоһон кәметә. Бының өсөн уны еңелсә массаж хәрәкәте менән ҡан тамырҙары ҡабарып торған тирегә һеңдергәнсе һыларға кәрәк.
Ғөмүмән, кедр сәтләүектәре халыҡ медицинаһында лайыҡлы урын биләп торғаны мәғлүм. Улар күп сирҙәрҙән ҡотолорға, иммунитетты күтәрергә һәм кешегә һаулыҡ бүләк итергә һәләтле.
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ
Фото: foodandhealth.ru