Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
5 Ноябрь 2022, 06:36

Сибайҙа - "Тылсымлы орсоҡ" конкурсы

Кисә Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында "Музей төнө" үтте. Уның сиктәрендә ҡыҙыҡлы конкурстар, лекциялар, тренингылар, күргәҙмә ойошторолдо

Сибайҙа - "Тылсымлы орсоҡ" конкурсыСибайҙа - "Тылсымлы орсоҡ" конкурсы
Сибайҙа - "Тылсымлы орсоҡ" конкурсы

Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Альбина Ярмуллина белдереүенсә, кисә "Музей төнө" бик юғары кимәлдә үткән. Сара сиктәрендә күренекле халыҡ табибы һәм дин әһеле Мөжәүир хәҙрәт Сиражетдиновтың тыуыуына 140 йыл тулыуға арналған лекция менән тарих фәндәре кандидаты, доцент Фуат Сөләймәнов сығыш яһаған, эшҡыуар Айбулат Уразбахтиндың бик ҡыҙыҡлы тренингы, Розалия Бәшированың бетеү эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолған. Шулай ҙа иң мауыҡтырғыс булып оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн "Тылсымлы орсоҡ" конкурсы булғандыр. Был сара Сибай ҡалаһында тәүге тапҡыр үтмәй. Ул "Алтын" халыҡ фольклор ансамбле етәксеһе Зилә Һаҡмарова инициативаһы менән башланған ине.

Ярышта беренсе урынға Алтын ҡасабаһынан Айһылыу  Әхтәмова лайыҡ булды. Икенсе урынды китапхана системаһы ветераны Рәшиҙә  Байрамғолова (Сибай ҡалаһы) һәм педагогик хеҙмәт ветераны Гөлсөм Закирова (Баймаҡ райны Хәсән ауылы" алһа, 3-сө урынды Нәсимә Хәлимова  (Алтын) яуланы. Шулай уҡ йөн иләү оҫталығын Гөлнур Ғибәҙәтова (Алтын ҡасабаһы)  менән Гөлшат Иҙелбаева (Арҡайым ҡасабаһы), Фәрдиә Йоносова (Арҡайым ҡасабаһы) күрһәтте.

Фото һәм видео: Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы сайтынан.

Автор:Карима Усманова

https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2022-11-05/sibay-a-tylsymly-orso-konkursy-3016989

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас