

Ошо көндәрҙә Башҡортостанда 11 йәшлек улын быуып үлтергән ҡатын өҫтөнән суд булды. Был хәл алыҫ 2001 йылда була.
Сибай ҡалаһында йәшәгән ҡатын йәш кенә сағында малай таба, тик уныһы атаһы уларҙың тормошонда ҡатнашмай. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, ҡатын яңы ир менән таныша һәм уны улы менән йәшәгән йортҡа килтерә. Күп тә үтмәй тағы бер балаға ғүмер бирә. Енәйәтсе һөйләүенсә, яңы ир тәүге көндәрҙән уның беренсе балаһын яратмай һәм һыйҙырмай башлай. Малайҙы тәрбиәләүгә ҡатындың ата-әсәһенә бирергә тәҡдим итә. Ә һуңғараҡ бөтөнләй уны юҡ итергә тәҡдим итә башлай.
2001 йылда ҡатын 11 йәшлек малайын урманға мунсаға миндек йыйырға тип алып китә һәм халатының бауы менән быуып үлтерә. Шунан уны урманда күмеп ҡайтып китә. Ә һуңынан, улым юғалды тип яр һала. Ул саҡта малайҙы полиция ла, битараф булмаған кешеләр ҙә эҙләй. Ҡайғыһынан ни эшләргә белмәгән әсә хатта “Жди меня” тапшырыуына барып, илап ултырған кеше булып ҡылана.
16 йыл ваҡыт үтеп киткәс, бәшмәкселәр яңылыш ҡына урманда һөйәктәр таба. ДНК тикшереүе уның малайҙыҡы икәнлеген дәлилләй. Тик ул саҡта енәйәт эшен аса алмайҙар. Ә былтыр тәфтишселәр уңышҡа өлгәшә һәм малайҙы әсәһе үлтергәнен асыҡлай. 20 йыл буйы ошо ауыр йөк менән йәшәгән ҡатын ғәйебен таный тик уны был аҙымға ире этәрҙе тип әйтә.
Суд ултырышы присяжныйҙар суды форматында үтә. Уның ваҡытында әсә кеше күҙ йәштәренә батып ултыра. Тик уны барыбер ғәйепле тип таныйҙар һәм 12 йылға иркенән мәхрүм итәләр. Ул дөйөм режимлы колонияла ултырасаҡ. Ә бына уны ҡотортҡан ирҙе аҡлайҙар. Уның ғәйепле булыуында дәлилләр етмәй сыға.
Тәфтишселәр һәм прокуратура судтың хөкөм ҡарары менән ризалашмаған, улар уға апелляция тәртибендә ялыу бирергә ниәтләй.
20 йыл буйы был ҡатын ниндәй уйҙар менән йәшәне, нисек тыныс күңел менән йоҡлай алды икән???
Фото: "КП-Өфө".