Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
5 Ноябрь 2022, 05:35

Баймаҡтар иң яҡшылар рәтендә

Урал аръяғы төбәге буйынса иң яҡшы һөҙөмтәгә Баймаҡ районы иреште.

Баймаҡтар иң яҡшылар рәтендәБаймаҡтар иң яҡшылар рәтендә
Баймаҡтар иң яҡшылар рәтендә

Баймаҡ районы Урал аръяғы райондары араһында ашлыҡтың тулайым йыйымы, ауыл хужалығы тауары етештереү күләме буйынса 1-се урынға сыҡты һәм Башҡортостан Башлығының дипломына лайыҡ булды.

Был хаҡта район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яҙҙы.

"Республика етәкселегенә, Ауыл хужалығы министрлығына рәхмәт белдерәм. Уларҙың даими иғтибары, райондың проблемалы мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙамы беҙҙең эштәргә ышаныс өҫтәй һәм тармаҡты үҫтереүгә, Баймаҡ халҡының тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән бөтә пландарыбыҙҙы тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә.

Әфләтунова Мәүлихә - Башҡортостан Республикаһы Башлығының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды.
Аҡбулатов Разаҡҡа -ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре тигән почетлы исем бирелде".

Фото: Фәнис Әминевтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Автор:Карима Усманова

https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2022-11-05/bayma-tar-i-ya-shylar-r-tend-3016905

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас