

“Бәйләнештә” социаль селтәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Аҡтирмән” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте компанияһының эше менән таныштырған.
– Һәм тағы ла #ПродуктБашкортостана.проект дипломанттары тураһында,
предприятиены ойоштороусылар – Күлбаевтар ғаиләһе, Заһир Шәкир улы менән Рима Сәйфетдин ҡыҙы, – тип яңылығы менән уртаҡлашҡан Радий Фәрит улы. – Заһир Шәкир улы йәмғиәт менән етәкселек итә, технологиялар уйлап таба, ҡоролмалар һайлай. Рима Сәйфетдин ҡыҙы әҙер продукцияны һатыу өсөн яуаплы.
Радий Хәбиров һөйләүенсә, ғаилә предприятиеһы 11 йыл инде иген культураларын эшкәртеү менән шөғөлләнә. Улар башта он тартҡан, макарон изделиелары етештергән. Бөгөн “Аҡтирмән” йәмғиәте эшмәкәрлеген киң йәйелдергән. Коктейлдар, тиҙ бешерелгән иртәнге аштар, талҡан һәм башҡа ашамлыҡтар шуға асыҡ миҫал. Уларҙың барыһы ла сифатлы.
– Был предприятие менән 500-ҙән ашыу компания хеҙмәттәшлек итә, – тигән Радий Хәбиров. – Уларҙың продукцияһы эре сауҙа селтәрҙәрендә, экомагазиндарҙа, маркетплестарҙа һатыла. Тауарҙарын һатыу географияһы – Башҡортостан ҡалалары һәм эре федераль үҙәктәре. Ҡаҙағстан менән бәйләнештәрҙе көйләгәндәр. “Аҡтирмән” компанияһының продукцияһына ихтыяж ҙур булыуына ҡыуанам, предприятие үҫешә, ә хеҙмәткәрҙәр киләсәккә өмөт менән ҡарай. Бөтәгеҙгә лә уңыштар!
Фото: “Бәйләнештә” социаль төркөмө.