Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
4 Ноябрь 2022, 05:06

Урам һепереүсене ҡәҙерләп оҙаттылар

Уның эш участкаһында тап-таҙа: ултырып сәй эсергә мөмкин, тип шаярталар...

Урам һепереүсене ҡәҙерләп оҙаттыларУрам һепереүсене ҡәҙерләп оҙаттылар
Урам һепереүсене ҡәҙерләп оҙаттылар

Ағиҙел ҡалаһында бер өй халҡы бик матур итеп йыйыштырыусыларын хаҡлы ялға оҙатҡан. Тыныслыҡ урамындағы 12-се йортта йәшәүселәр йыл һайын төҙөкләндереү конкурстарында ҡатнаша, күршеләр көнөн билдәләй икән.

Рәсимә Шәрәфислам ҡыҙы Чужекова 16 йыл пенсияла булыуына ҡарамаҫтан, һаман эшләй. Ә һуңғы 11 йылда ошо йортто тәртиптә тотоу менән шөғөлләнә. Тырыш эшсенең подъездары, ихатаһы гөл-сәскәгә күмелеп, ялтырап ята. 

Ағиҙел ҡалаһына күсенгәнсе ул ғаиләһе менән Ҡалтасы районында йәшәй. Өс бала тәрбиәләп үҫтерә. Хәҙер балалары, ейәндәре уға эшендә булыша.

Ниһайәт, Рәсимә Чужекова бөтөнләйгә ялға китергә ҡарар иткәс, урындағы халыҡ уны хөрмәтләп оҙатырға була. Ихатала самауыр ҡуйып, сәй табыны ойошторалар, аҡса йыйып, бүләктәр алалар. Уның бейергә яратҡанын белеп, баян да алып киләләр һәм йыр-моң аҫтында сәй эсеп, күңел асалар.

Был матур сара тураһында "Огни Агидели" сайты яҙып сыҡты.

Фото һәм сығанаҡ: https://ogni-agideli.ru/news/novosti/2022-11-03/v-agideli-zhiteli-doma-12-po-ulitse-mira-s-pochetom-provodili-svoyu-uborschitsu-na-zasluzhennyy-otdyh-3014368

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-11-04/uram-epere-sene-erl-p-o-attylar-3016025

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас