Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
4 Ноябрь 2022, 13:37

"Генерал" салаты

Хужабикәләребеҙҙең хәтер дәфтәренә “Генерал” салатын тәҡдим итәбеҙКемдәр балыҡ яратмай, "Тун аҫтындағы сельдь" салатына алмашҡа ошо итле салатты эшләй ала.

"Генерал" салаты"Генерал" салаты
"Генерал" салаты
Ингредиенттар:
-200 г бешкән ит;
-4 бешкән йомортҡа;
-2 уртаса ҙурлыҡтағы бешкән сөгөлдөр;
-2 уртаса ҙурлыҡтағы бешкән кишер;
-100 г ҡаты сыр;
-2 теш һарымһаҡ;
-майонез.

Итте ваҡ ҡына итеп шаҡмаҡлап турайбыҙ, ваҡ ҡына итеп туралған һарымһаҡ һәм майонез ҡушып болғатабыҙ.
Ҡалған ингредиенттарҙы эре ҡырғыстан үткәргәс, салатты ҡатлап йыйырға ғына ҡала.
Иң тәү ҡат итеп итте, артабан сыр, йомортҡа, кишер һәм сөгөлдөрҙө һалабыҙ. Һәр бер ҡатҡа йоҡа ғына итеп майонез һылайбыҙ.
Салаттың өҫтөн үҙегеҙ теләгегеҙ буйынса йәшел тәмләткес үләндәр, йәки онталған грек сәтләүеге менән биҙәргә була.

🙏🏻Аштарығыҙ тәмле, табындарығыҙ йәмле булһын!
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас