Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
4 Ноябрь 2022, 04:10

Былтырғы болан тағы ауылға килгән...

Кеше ҡулынан ашап йөрөгән марал тағы ла ҡунаҡҡа килә башлаған

Былтырғы болан тағы ауылға килгән...Былтырғы болан тағы ауылға килгән...
Былтырғы болан тағы ауылға килгән...

Стәрлебаш районы ауылдарында ҡыш буйы кешеләрҙең ҡулынан ашап йөрөгән марал тағы ла ҡунаҡҡа килә башлаған

Былтыр стәрлебаштар бер нисә тапҡыр ауылға килеп туҡланып киткән боланды видеояҙмаға төшөрөп интернетҡа һалғайнылар. Ул кадрҙарҙа малдың шәхси хужалыҡтан сығып, ашыҡмай ғына урам буйлап йүнәлеүе йә кешеләр ҡулынан икмәк ашауы күренә. Шул уҡ ваҡытта ул үҙен тыныс тота һәм тирә-йүндәгеләрҙән ҡурҡмай. Хатта мөгөҙөнән һыйпата ине.

Әле килеп, ҡыш етәрәк, беренсе ҡар яуыу менән болан йәнә кешеләргә килгән. Видеояҙмала уның урмандан оло юлға сығып, машинанан сыҡҡан ирҙәр янына яҡынлаша. Әммә ҡырҙа йөрөп, ҡырағайланып киткәне күренә - мөгөҙҙәре менән һаҡланған кеүек хәрәкәттәр яһай. Кадр артындағы тауыш: "Кил бында, кил. Ай. маладис. Эх, күмәс алып килмәгәнмен", - ти.

Бер аҙҙан ҡулға эйәләшеп, тағы ҡулдан ашай башлармы? Ләкин кешеләргә артыҡ ышанып, урман гүзәле браконьерҙар ҡорбаны булып ҡуймаһын инде.

Фото: sterlibashevskierodniki.ru

Видео сығанағы: https://vk.com/club183772247?w=wall-183772247_26097

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас