Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
4 Ноябрь 2022, 04:19

Боростары гөрләп емеш бирә

Уларҙың 16 төрөн үҫтереп ҡарағандар ҙа бар

Боростары гөрләп емеш бирәБоростары гөрләп емеш бирә
Боростары гөрләп емеш бирә

Сәғирә Ғәбитова уларҙың 16 төрөн үҫтереп ҡараған

“Боростар үҫтерергә бик яратам. Коллекциямда бөтәһе 16 төр бар. Быйыл йәй туғыҙ төрлө борос үҫтерҙем. Матур ҙа, файҙалы ла”, - тип яҙҙы Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылында йәшәгән Сәғирә Ғәбитова.

Бик яратып, күңел биреп башҡара ул был эште: орлоҡтан сәсеп, лимон, әфлисун, гранат, мандарин, ананас кеүек экзотик емештәр, бүлмә боростары, лавр ағасы үҫтерә.

- 2006 йыл тирәһендә бүлмә гөлдәре үҫтереү менән мауыға башланым. Тәүге орлоҡтарҙы Мәскәүҙән яҙҙырып алдым, ул саҡта беҙҙең яҡта ундай магазиндар юҡ ине. Ҡыҙыҡ күреп, гранат орлоғо ла яҙҙырттым. Уны үҙебеҙҙең ҡәҙимге тупраҡҡа сәстем, һәм ул йыл буйына ҡып-ҡыҙыл сәскәләр атып, емеш бирә башланы. Шунан һуң лимон, мандарин ағастары ултырттым, улары ла гөрләп үҫеп китте. Мандариндың уңышын йылына ике тапҡыр йыябыҙ. Орлоҡтан алма, виноград сәстем. Помидорҙың, боростарҙың бүлмә сорттарын даими үҫтерәм. Бүлмә еләктәре лә матур итеп емеш бирҙе. Хәҙер инде орлоҡ яҙҙырып алыу менән мауыҡмайым. Күп үҫентеләрҙе үҙебеҙ ашаған емеш, йәшелсә орлоҡтарынан үрсетәм, - ти уңған хужабикә.

Фотолар: Сәғирә Ғәбитованың социаль селтәрҙәге сәифәһенән (vk.com/id698980101)

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-11-04/borostary-g-rl-p-emesh-bir-3016024

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас