

Өфөлә Бишбармаҡ милли аш-һыу оҫтаханаһы асылды. Был яңы туристик гастрономия урынында милли аш-һыу әҙерләү эшмәкәрлеге менән танышырға һәм ризыҡты шунда уҡ тәмләп ҡарарға ла мөмкин.
Был эш Венера Бикҡужинаның идеяһын Ростуризм гранты ярҙамында тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булған. "Йыл маршруты" Бөтә Рәсәй премияһы сиктәрендә төрлө төбәктәрҙән килгән ҡунаҡтар студияла һынау үткәргән. Беренсе булып Удмуртия вәкилдәре рәхим иткән.
Был туралағы шатлығын Венераның ире Илдар Бикҡужин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уртаҡлашҡан.
Фото: vk.com/im?peers=99123163_166873706&sel=162549751&w=wall20951268_450%2Fcbb108eae617e1702d
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова