

Төрлө төбәктәрҙән мобилизацияланып, хәрби әҙерлек үткән егеттәргә махсус хәрби операция зонаһына хеҙмәткә ебәрелер алдынан Оборона министрлығы РФ субъекттарының хәрби комиссариаты тәҡдиме менән хәрби дәрәжә бирә. Сентябрь аҙағында Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Башҡорт батальоны составында махсус хәрби операцияла ҡатнашырға ҡарар иткән Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Азат Бадранов та ошо көндәрҙә лейтенант исемен алды. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы Азат Бадранов менән бәйләнешкә инеп, уға бер нисә һорау бирҙе.
– Азат Шамил улы, тиҙҙән һеҙ алғы һыҙыҡҡа китәһегеҙ. Һәр бер кеше, хәрби әҙерлек үтеүгә ҡарамаҫтан, ниндәйҙер дәрәжәлә тулҡынланыу тойғоһо кисерә. Был тәбиғи. Өҫтәүенә, бындай ҡарарҙар кешенең тормошон да, донъяға ҡарашын да үҙгәртә. Ә һеҙҙә ошондай үҙгәреш булдымы?
Азат Бадранов: – Хәрби әҙерлек үткән осорҙа үҙ ҡарарыма мөнәсәбәтем үҙгәрмәне, быны төплө уйлап эшләүемде аңланым, фекерем нығынды. Күптән үҙемде бындай бәхетле итеп тойғаным юҡ ине. Яҡындарым менән мөнәсәбәттәрҙә ихласлыҡ артты. Күптән күрешмәгән туғандарым килеп, ябай, әммә бик кәрәкле һүҙҙәр әйтте. Тынлыҡ та күпте белдергәндәй, ҡараштар ҙа мәғәнәлерәк тойола... Ҡарарымдың хаҡлығына инандым, үкенмәйем.
– Эргәгеҙҙә ауыр мәлдә таянырлыҡ, “иңен ҡуйырлыҡ” көрәштәштәрегеҙ, дуҫтарығыҙ, хеҙмәттәштәрегеҙ бармы?
Азат Бадранов: – Минең менән Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратының ике бүлек начальнигы, республика райондарынан бер хакимиәт башлығы урынбаҫары, бер нисә йәмәғәт эшмәкәре, эшҡыуарҙар, хәрби тәжрибәһе булған офицерҙар, шул иҫәптән махсус хеҙмәттәрҙең хәҙер отставкалағы хеҙмәткәрҙәре. Бергәләп махсус хәрби операцияға юлланабыҙ. Шулай уҡ дуҫым да минең менән бара. Уның менән 20 йылдан ашыу танышбыҙ. 13 йәштә Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернатҡа уҡырға ингәс, беҙҙе бер бүлмәгә урынлаштырғайнылар. Артабан тормошта һәр ҡайһыбыҙ үҙ юлын тапты. Ул хәрби вуз тамамланы, артабан граждан хеҙмәтенә күсте. Икебеҙҙең дә ғаиләбеҙ, балаларыбыҙ бар. Махсус хәрби операцияға ебәреүҙе һорап, ғариза яҙғас, ул уйлап тормайынса минең менән китте. Бер көндө полигондан ҡайтҡанда уға: “20 йыл элек беҙҙе бер бүлмәгә урынлаштырмаһалар, һиңә бөгөн минең менән фронтҡа китергә тура килмәҫ тә ине”, – тинем. Ул бер аҙ өндәшмәй уйланып ултырҙы ла: “Улайһа, кем менән китер инең һуң?” – тине. Минең өсөн был тәрән йөкмәткеле, эмоциональ яуап булды.
– Подразделениеғыҙҙа ниндәйҙер традициялар, девиз бармы?
Азат Бадранов: – Беренсенән, үҙебеҙҙең формированиены әлегә подразделение тип әйтмәҫ инем, ул доброволецтар төркөмө. Икенсенән, девиз йәки башҡа нимәләр тураһында уйларға ваҡыт булманы. Дөрөҫөн әйткәндә, хәрби әҙерлек, обмундирование, экипировка һәм башҡа проблемаларҙы хәл итергә кәрәк ине. Өҫтәүенә, һәр ҡайһыбыҙҙың ғаилә-көнкүреш мәсьәләләре лә бар. Ғаиләләребеҙгә беҙҙе көтөргә еңелерәк булһын өсөн уларҙы киткәнгә тиклем хәл итеп өлгөрөү зарур.
– Азат Шамил улы, хәрби әҙерлек барышын нисек баһалайһығыҙ? Күптәр курс ҡыҫҡа тип борсола...
Азат Бадранов: – Төп күнекмәләрҙе өйрәттеләр, барыһын да аңлаттылар. Хәҙер иһә, башҡа эштәге кеүек үк тәжрибә һәм даими практика кәрәк. Әлбиттә, хәрби әҙерлек барышында ғына профессиональ хәрби булып китеү мөмкин түгел. Быға өлгәшеү өсөн ошо өлкәне даими өйрәнергә, камиллашырға кәрәк. Атыу әҙерлеге һәм хәрби тактика менән генә лә йылдар буйы шөғөлләнергә, оҫталыҡ тупларға була. Шулай ҙа төп күнекмәләрҙе үҙләштерҙек, хәл-шарттар талап иткәнсә, ошо белем менән махсус хәрби операцияға юлланабыҙ.
– Фронтта алдығыҙға ниндәй бурыс ҡуйылыуы билдәлеме? Белеүебеҙсә, һеҙҙе рота замполиты итергә ниәтләйҙәр.
Азат Бадранов: – Дәүләт граждан хеҙмәтендәге вәкәләттәрмдең хәрби дәрәжәгә ни ҡәҙәр тап килергә тейешлеген билдәләү минең компетенциям түгел, быны хәрби командование хәл итә. Рота замполитына килгәндә – бындай вазифаны бер ҡасан да башҡарғаным булманы, был минең өсөн яңы талап. Ҡулымдан килерме, ваҡыт, тәжрибә күрһәтер.
Фото: bashinform.ru/news
Сығанаҡ: bashinform.ru/news