

Бөгөн Башҡортостанда, бөтә илдәге кеүек үк, Ҙур этнографик диктант яҙыу акцияһы башланды. “Халыҡтар күп – илебеҙ берәү!” саҡырыуы аҫтында етенсе тапҡыр ойошторола ул.
Акция, һәр ваҡыттағыса, Халыҡтар дуҫлығы көнөн билдәләгән осорҙа үтә. Был осраҡлы түгел, әлбиттә. Диктанттың төп һорауҙары тап ошо дуҫлыҡ, берҙәмлек, һәр халыҡтың үҙенсәлегенә арнала.
Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто быйыл акцияның башланыу көнөн бик үҙенсәлекле итеп билдәләне. Бының өсөн “Торатау” конгресс-холындағы башҡорт тирмәһе кеүек йыһазландырылған залда республикабыҙҙа йәшәгән төрлө милләт вәкилдәре йыйылды һәм бергәләп онлайн рәүештә диктант яҙҙылар. Улар араһында ғалим-философ, Башҡортостан Халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Рәхматуллина, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина, мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов һәм Халыҡтар дуҫлығы йортондағы төрлө милләт вәкилдәре булды.
– Ҙур этнографик диктант – бик матур, изге мәғрифәт акцияһы, ул тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Беҙҙе берләштерә, татыулыҡты арттыра торған дуҫлыҡ байрамы. Күп милләтле республикала һәм илдә йәшәйбеҙ, ундағы һәр халыҡ үҙенсәлекле. Быуаттар буйы яныңда йәшәгән милләт тураһында яңы нәмә асһаң, рухи яҡтан тағы ла байыраҡ булып китәһең, аң даирәһе киңәйә, дуҫлыҡ та нығына. Беҙҙең төп йәшәү ҡануны – берҙәмлектә - көс, сөнки берҙәм булһаң ғына алда яңы үрҙәр асыла, тотороҡло үҫеш тәьмин ителә, ығы-зығыһыҙ матур донъя көтә. Шуға беҙҙең халыҡтар һәр ваҡыт дуҫлыҡты иң юғары ҡиммәт тип таный һәм уға таянып йәшәй. Рухты байытыу ысулы ул. Үҙем был диктантты икенсе тапҡыр яҙам. Быйыл нығыраҡ әҙерләндем, – тине Зөһрә Йыһанур ҡыҙы.
Диктант яҙырға килгән Гөлнур Ҡолһаринаның да сараға ҡарата фекерен белештек.
– Был диктантҡа беҙ ойоштороусы ла, эксперт та, ҡатнашыусы ла булараҡ килдек. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы ағзаларын да, дөйөм республика халҡын да әйҙәнек, социаль селтәрҙә эш алып барҙыҡ. Бөгөн күптәр ҡатнашып өлгөрҙө, 100 балл йыйылған сертификаттар күренә лә башланы. Был сараның әһәмиәте – халҡыбыҙҙың теленә, мәҙәниәтенә, тарихына, йолаларына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу. Бында башҡорт халҡына ғына түгел, ә бөтә илебеҙҙә йәшәгән миләт вәкилдәренә ҡағылышлы һорауҙар бар. Сара, беренсенән, ғилемде арттырһа, икенсенән – берҙәмләштерә. Уның Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан үтеүе лә символик мәғәнәгә эйә. Халыҡтар дуҫлығы йорто вәкилдәре бында диктант яҙырға ғына түгел, ә аралашырға, артабан нисек эшләү буйынса пландар ҡорорға ла килгән. Үҙем йыл һайын тырышып яҙам, яҡшы һөҙөмтә булырына ышанам, – тине Гөлнур Ҡолһарина.
Ысынлап та, диктант яҙыу ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте. Халыҡтар дуҫлығы йорто вәкилдәре һәм ҡатнашыусылар юғары һөҙөмтәләр күрһәтте.
Быйыл диктант яҙыу 3 ноябрҙән башлана һәм 8 ноябргә тиклем дауам итә. Эштәр бөгөндән Ҙур этнографик диктанттың рәсми сайтында (miretno.ru) баҫылды.
Диктант эштәре тест формаһында төҙөлгән һәм үҙ эсенә түбәндәгеләрҙе ала: 20 һорау – диктанттың дөйөм федераль өлөшө, бөтә ҡатнашыусылар өсөн берҙәм; 10 һорау – диктанттың төбәк өлөшө, ул Рәсәйҙең һәр субъекты өсөн айырым.
Барлыҡ эштәрҙе үтәгән өсөн максималь баһа – 100 балл. Диктант яҙыу өсөн 45 минут ваҡыт бирелә.
Ҡатнашыусы сертификаты эште тамамлау менән электрон вариантта эшләнә, унда һөҙөмтә лә күрһәтелә. Һәр кем шунда уҡ дөрөҫ яуапты белеү һәм сығанаҡтарға һылтанма менән тарихи белешмә алыу мөмкинлегенә эйә.
Әйткәндәй, былтыр Башҡортостан ил төбәктәре араһында Ҙур этнографик диктантта ҡатнашыусылар һаны буйынса беренсе булды. Акцияла бөтәһе 341 027 кеше һынау тотто. Быйыл да халыҡтың күпләп ҡатнашыуы һәм әүҙемлек күрһәтеүе көтөлә.
Автор фотолары.