

Конференция эшендә район хаки миәте башлығының социаль мәсь ә ләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева, “Башҡортостан Республикаһы татарҙары конгресы” төбәк ижтимағи ойошмаһы ағзаһы, райондың Маҡтаулы гражданы Рәмил Сурағолов, район башҡорттары Ҡоролтайы етәксеһе Илмира Ғәлиәхмәтова, “Башҡортостан Республикаһы татарҙары конгресы” ойошмаһының пресс-секретары Эльвира Ямалетдинова, “Рустар соборы” ижтимағи ойошмаһы етәксеһе Дарья Якунина, “Канаш” сыуаш халҡының ижтимағи ойошмаһы етәксеһе Татьяна Козлова, ауыл Советтары хакимиәттәре башлыҡтары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, руханиҙар.
Конференция асып урындағы бүлексә идараһы рәйесе Зөлфиә Әхмәрова уҙған осорҙа бүлексә советы башҡарған эш һәм киләсәккә пландар хаҡында һөйләне.
- Ҡырмыҫҡалы ауылында байтаҡ бы уат дауамында утыҙҙан артыҡ милләт вәкилдәре дуҫлыҡта, татыулыҡта, берҙәм булып йәшәй. Татарҙар – һан буйынса икенсе урында тора һәм бында йәшәүселәрҙең 319 процентын тәшкил итә. Башҡортостан Республикаһы татарҙары конгресының Ҡырмыҫҡалы бүлексәһе телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, ғө рөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлау һәм йәш быуынға тапшырыу буйынса әүҙем эш алып бара. Районда рухи-мәҙәни мәнфәғәттәребеҙҙе ҡәнәғәтләндереү, профессиональ һәм үҙешмәкәр ижад үҫеше өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған, бик күп мәҙәни саралар үткәрелә. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, уларға әҙерлек барышында һәм үткәреүҙә районда йәшәүсе татар халҡы ла әүҙем ҡатнаша. Татар фолькор коллективтары - һәр сараның сағыу биҙәге. Бөгөн районыбыҙҙа 35 ижади коллектив уңышлы эшләп килә. Татар халыҡ ижадын өйрәнеү һәм киләсәк быуынға тапшырыу йүнәлешендә Иҫке Аҡташ ауылының “Йәшлегем моңдары”, “Ғәлиә” (Сахай), “Яҡты моңдар” (Яңы Ҡыйышҡы) фольклор ансамблдәре, “Йәш йөрәктәр” (Боҙаяҙ), “Райхан” (Атйетәр), “Берҙәмлек” (Шайморатов) вокаль ансамблдәрен айы рып әйтергә була. Прибельский моделле мәҙәниәт йортоноң “Шатлыҡ” во каль ансамбле 2022 йылда Көйөргәҙе районында уҙған “Яулыҡ – тыныслыҡ символы” тигән III Халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашты. Сахай мәҙәниәт йортоноң “Ғәлиә” ансамбле Бөйөк Еңеү көнөнә бағышланған “Еңеү салюты” IX Бөтә Рәсәй онлайн конкурста ҡатнашып юғары баһаға өлгәште. Үҙешмәкәр сәнғәт коллективтарында балалар ҙа, йәштәр ҙә, урта һәм өлкән быуын вәкилдәре лә ҙур теләк менән шөғөлләнә. Репертуар һайлауға ҙур иғтибар бирелә, башлыса, татар халҡының йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү һәм халыҡҡа еткереү йүнәлешендә ҙур эш башҡарыла. Ләкин шул уҡ ваҡытта төбәк-ара конкурстарҙа ҡатнашырға һәләтле булған көслө коллективтарыбыҙ әлегә юҡ.
Республикала йыл һайын Фәриҙә Ҡудашева һәм Бәхти Ғайсин ижадтарына бағышланған “Ике аҡҡош” музыкаль конкурсы үткәрелеп килә. Тәүге йылдарҙа район Мәҙәниәт һарайы баянсылары ла унда ҡатнашып, дипломант булып ҡайтты. Уҙған йылда әлеге бәйге онлайн форматта уҙғарылды һәм легендар йырсы Фәриҙә Ҡудашеваның тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышланды. Прибельский моделле мәҙәниәт йортоноң “Шатлыҡ” вокаль ансамбле лә унда үҙенең көсөн һынап ҡараны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юлы призлы урынға эйә була алманы. Ағымдағы йылда ҡырмыҫҡалылар унда район данын лайыҡлы яҡлар, тип өмөтләнәбеҙ.
26 апрелдә бөйөк татар шағиры Ғабдулла Туҡайҙың тыуған көнө билдәләнә. Йыл һайын был иҫтәлекле ваҡиға алдынан шағирҙың ижадын үҙ итеүселәр араһында онлайн форматта поэтик флешмоб уҙа.
Дөрөҫ итеп яҙыу һәм әҙәби телде өй рәнеүгә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу өсөн диктанттарҙың да роле ҙур. Һуңғы йылдарҙа район татарҙары Бөтә донъя “Татарса диктант” акцияһына әүҙем ҡу шыла. Туған телгә һөйөү тәрбиәләү йүнәлешендә райондағы китапхана учреждениеларының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Улар менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырылды. Татарҙар күпләп йә шәгән ауылдарҙа 11 китапхана урынлашҡан. Ҡырмыҫҡалы үҙәк һәм балалар китапханалары, Атйетәр, Боҙаяҙ, Илтуған, Ҡабаҡ, Яңы Ҡыйышҡы, Иҫке Ҡыйышҡы, Һәүәләй, Сахай, Шаймора тов, Олокүл
китапханалары – шулар иҫә бендә. Юғарыла әйтеп үтелгән китапханалар фонды 700-гә яҡын китап менән тулыланды һәм ул 21858 дана тәшкил итә.
Ике йыл элек Ҡабаҡ мәҙәниәт йорто ҡаршыһында “Аҡ ҡалфаҡ” татар ҡатын-ҡыҙҙары ижтимағи ойошмаһының район бүлексәһе асылды. Ул Хәлисә Әхмәтшина етәкселегендә уңышлы эшләп килә. Әлеге коллектив тарафынан “Ҡаҙ өмәһе”, “Туй йолаһы”, “Әбейемдең серле һандығы” кеүек саралар юғары кимәлдә ойошторола. Тамашаларға балаларҙы йәлеп итеп, уларҙы татарса һөйләшергә өйрәтәләр, йолаларыбыҙ менән таныштыралар. Әлбиттә, йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү эшендә туған телде өйрәнеү - мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Районыбыҙҙың алты мәктәбендә 484 бала татар телен үҙләштерә. Уларҙа фольклор һәм драма түңәрәктәре эшләп килә.
Татар халҡы өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булған сараларҙы ла телгә алмай мөмкин түгел. Күптән түгел район Мәҙәниәт һарайында шаулап-гөрләп күренекле яҡташыбыҙ Дилә Булгакованың ижад кисәһе уҙҙы. Унда уға “Райондың Маҡтаулы гражданы” тигән исем бирелде. Башҡортостандың сағыу шағирҙарының береһе Рәсих Ханнанов ижадына бағышланған “Аҡ күгәрсен” конкурсының финалы Ҡырмыҫҡалы ауылында уҙҙы. Татар һәм башҡорт телдәрендә ижад итеүселәр өсөн бәйге бик күп мөмкинлектәр асты.
Телебеҙҙе үҫтереүҙә, һаҡлауҙа татар телендә нәшер ителеүсе матбуғат баҫмалары ла ҙур ярҙам күрһәтә. Урындағы бүлексә активистары йыл һайын “Үзән” район, “Кызыл таң”, “Өмет” республика гәзиттәренә, журналдарға яҙҙырыу эшендә күп көс һала.
Киләсәктә бүлексәнең пландарын да татар милли ризыҡтарын әҙерләү буйынса флешмоб ойошторорға план лаштырабыҙ. Шулай уҡ Сәк-сәк бай рамы уҙғарыу, ҡатын-ҡыҙҙарҙың мил ли баш кейеме – ҡалпаҡ яһау бу йынса оҫталыҡ дәрестәре ойоштороу ҡаралған,- тип таныштырҙы Зөлфиә Әнүәр ҡыҙы.
Артабан һүҙҙе хакимиәт башлығы урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева алып, районда күп быуаттар дауамында төрлө халыҡтар һәм конфессиялар вәкилдәре дуҫтарса йәшәй, милли йәмәғәт ойошмалары мәҙәни ҡиммәттәрҙе һәм йолаларҙы һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итеүҙе дауам итә, тип билдәләп үтте һәм милли мәҙәниәтте үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Ҡабаҡ ауылынан Хәлисә Әхмәтшина, Әлфинә Мостаева (Боҙаяҙ), Диана Ҡанбәкова (Боҙаяҙ), Регина Мөлөковаларҙы (Иҫке Шәрәй) “Башҡортостан татарҙары конгресы” төбәк йәмәғәт ойошмаһының Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне. Сахай ауылынан Зәлифә Садиҡова, Ләйсән Ғәлләмова (Ҡырмыҫҡалы), Сания Әбдиева (Боҙаяҙ), Зөлфиә Әхмәрова (Ҡырмыҫҡалы) муниципаль район Советының Маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнде. Ҡабаҡ ауылынан Әлфиә Ҡаһирова, Гөлшат Ғәйетҡолова (Яңы Ҡыйышҡы), Салауат Зәйнуллин (Балтин) һәм Ләйсән Нәзироваларға (Олокүл) район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Конгреста шулай уҡ йәш быуынды ғөрөф-ғәҙәттәргә, телгә һәм милли мәҙәниәткә ихтирам рухында тәрбиәләүҙә ғаиләнең роле ҙур булыуы, шулай уҡ үҙ халҡының тарихын, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен өйрәнеү балаларҙа гражданлыҡ, илһөйәрлек сифаттарын формалаштырырға ярҙам итәсәге хаҡында, мәҙәниәт учреждениеларында татар вокаль һәм фольклор ансамблдәренең кимәлен күтәреү өҫтөндә эшләү тураһында әйтелде.
Конференцияла ҡатнашыусылар урындағы бүлексәнең эшен ҡәнәғәтләнерлек тип таныны һәм бер нисә ҡарар ҡабул итте.
Әйткәндәй, ойошторолғандан алып татарҙар Конгресының урындағы бүлексәһен Зөлфиә Әхмәрова етәкләй һәм бөгөн, конференция эше барышында, делегаттар бер тауыштан ул артабан да бүлексәне етәкләйәсәк тигән ҡарар ҡабул итте. Шулай уҡ ағымдағы йылдың 19 ноябрендә Өфөлә үтәсәк “Башҡортостан Республикаһы татарҙар конгресы”ның сираттағы съезына район делегаттары итеп Зөлфиә Әхмәрова һәм Ҡабаҡ ауыл биләмәһе башлығы Руслан Әйүпов һайланды.
Үҙешмәкәр артистар Дилара Мөхәмәтгәрәева, Салауат Зәйнуллин һәм йыйылма татар вокаль ансамбле конференцияла ҡатнашыусыларҙың күңелен күтәрҙе, алда торған бурыстарҙы үтәүгә дәрт һәм көс бирҙе. Йыйылыш “Туған тел” йырын күмәкләп башҡарыу менән тамамланды.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.