Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
3 Ноябрь 2022, 09:52

Мөкәйҙең уңған ғаиләһе

Ерҙе аллы-гөллө сәскәләр биҙәһә, йәшәйешебеҙҙе өлгөлө ғаиләләр матурайта. Уларға ҡарап, халҡыбыҙҙың матур, етеш тормошҡа ынтылышын күреп күңел шатлана. Шундай һоҡландырғыс ғаиләләрҙең береһе Мөкәй ауылында йәшәүсе Раушания һәм Раил Халиҡовтар хаҡында яҙып үткем килә.

Мөкәйҙең уңған ғаиләһеМөкәйҙең уңған ғаиләһе
Мөкәйҙең уңған ғаиләһе

Ерҙе аллы-гөллө сәскәләр биҙәһә, йәшәйешебеҙҙе өлгөлө ғаиләләр матурайта. Уларға ҡарап, халҡыбыҙҙың матур, етеш тормошҡа ынтылышын күреп күңел шатлана. Матур ғаилә - ил күрке, тип юҡҡа ғына әйтелмәйҙер. Әгәр ҙә ғаилә ныҡ һәм татыу икән, илебеҙ ҙә ныҡлы һәм көслө була. Намыҫлы хеҙмәттәре, йәшәйештәре менән абруй ҡаҙанған ғаиләләр күптәргә өлгө булырлыҡ. Шундай һоҡландырғыс ғаиләләрҙең береһе хаҡында яҙып үткем килә.
Ғаиләнең төп терәге Раил Мәғәфүр улы тәбиғәттең иҫ киткес матур булған Мөкәй ауылында тыуған һәм шунда төпләнгән. Әйткәндәй, ҡатыны Раушания Ғәбиҙулла ҡыҙы ла ошо ауыл ҡыҙы. Улар икеһе лә тыуған ерен ҡәҙерләп, уны яратып, матур йәшәргә ынтыла. Халиҡовтар тыуған колхозында хеҙмәт һала. Раил ағай колхозда яҙын трактор менән ер һөрөргә сыҡһа, көҙөн унан комбайн менән мул уңыш йыйып ала. Оҙаҡ йылдар тыуған төйәгендә эшләгәндән һуң, район үҙәгенә эшкә күсә. Шулай итеп бөгөнгө көндә “Водоканал” йәмғиәтендә тракторсы булып йөрөп эшләй. Ә Раушания апай кейәүгә сыҡҡас, “Вилданов” колхозында ауылдаштары менән бергә йәйге селлә, йәнде өшөткөс ямғыр тип тормай иртәнән-кискә тиклем сөгөлдөр баҫыуында тир түгә. Эйе, ул заманалар артта ҡалды. Бөгөнгө көндә махсус комбайндар баҫыуҙарҙан “һә” тигәнсе сөгөлдөрҙө ҡаҙып та сығара. Эшһөйәр, тырыш кеше бер ерҙә лә юғалып ҡалмай. Шулай итеп Раушания апай фермаға һауынсы булып эшкә сыға. Йорт-ихатаһы ҙурайғас, мал-тыуары ишәйгәндән һуң ул - йорт хужабикәһе. Тормош иптәше эштә булғанда йорт мәшәҡәттәрен үҙ елкәһендә тарта, донъяһын сынъяһау итеп тота. Ҡура тултырып мал көтәләр – биш һыйыр, дүрт башмаҡ, ике ат. Раушания апай ҡояш менән бергә тороп, һыйырын һауып, малын көтөүгә ҡыуып, һөтөн айыртып, балалар торғансы эшен бөтөрөп тә ҡуя. Әйткәндәй, малҡайҙарҙы үҙҙәренең “электр көтөүсеһе” көтә. Бынан тыш, хужалар күмәртәләп бройлер себештәре, өйрәк, ҡаҙ бәпкәләре аҫрайҙар. Был ғына ла түгел егәрлеләр бер нисә йыл элек умартасылыҡ менән ныҡлап шөғөлләнә башлағандар. Бөгөнгө көндә уларҙың алты умартаһы бар. Уңған, эшсе ҡорттар сәскәләрҙән-сәскәләргә ҡунып, бик күп бал йыялар. Ә инде хужалар уны эшкәртеп, айыртып алалар. Ҡулы белгән бал ашар, тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит. Халиҡовтар был шөғөлдөң нескәлектәрен балаларына тапшыра киләләр.
Раил ағай кеүектәргә “техника ене ҡағылған” тип әйтеүселәр ҙә барҙыр. Был ысынында шулай, ул эшендә генә тракторҙа йөрөмәй, өйөндә лә техникаһын ҡабыҙа. Әйткәндәй, Раил ағайҙың “Т-40”, МТЗ тракторҙары, сапҡысы бар. Картуф баҡсаһында техникалары менән ерен дә һөрә, яланда бесәнен дә саба, тырмата ла.
Оҫта кеше – оҫта инде. Йорт хужаһы ихатаһына машина тәгәрмәстәренән төрлө һындар – аҡҡоштар, төрлө әкиәт геройҙары эшләп ултыртҡан. Хатта аҡҡоштар эшләтергә заказдар ҙа булып тора икән. Һәр эшенән нур бөркөлөп, тирә-яҡҡа йәм биреп ултыра. Эйе, оҫтаның ҡулынан тора, күңеле лә матур булһа, һәр ҡул эше күркәмерәк күренә. Раил ағайҙың ҡулынан ҡот китмәһен. Раушания апайға килгәндә инде шул һындар эргәһенә күҙҙең яуын алырҙай аллы-гөллө сәскәләр ултырта. Улары инде йәй буйына йәм биреп ултыра. Баҡса тултырып йәшелсә-емешен дә үҫтерә. Ҡышҡылыҡҡа төрләндереп салаттар, ҡайнатмалар, һуттар әҙерләй. Ҡышҡы һыуыҡтарҙа шул емеш-еләктәрҙән бәлеш бешереп, ҡайнатмалар менән тәмле сәй эсеүҙәре ни тора. Әйткәндәй, Раушания апай өйҙөң түрендә ултырған аҡ мейестә ҡабарып торған икмәген дә бешерә.
Ғаилә йәме – балаларҙа. Халиҡовтар бер ҡыҙ һәм ике ул үҫтерә. Уларҙың һәр береһе үҫеп етеп, был тормошта үҙ юлдарын тапҡан. Өлкәндәре Рита әлегә ата-әсәһе янында улы Рамзан менән декрет ялында ултыра. Йортта әсәһенең уң ҡулы булып тора. Улдары Радик әлегә өйләнмәгән. Өфө ҡалаһында йәшәй һәм шунда эшләп йөрөй. Рәсүл Ҡырмыҫҡалы ауылында Ауырғазы күп функциялы колледжында иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштереп, әлеге көндә Калуга өлкәһендә ракета ғәскәрҙәрендә ил алдындағы бурысын үтәй.
Иҫ киткес ауыр һәм яуаплы ла, татлы ла хеҙмәт ул – йәш быуынға тәрбиә биреү. Балалар рухи яҡтан бай, әхлаҡлы, киләсәктә уларҙы дөрөҫ формалашҡан шәхес итеп күрергә теләгән Халиҡовтар бурыстарын намыҫ менән үтәй. Туған йәнле ғаиләнең ырыҫы артһын, уртаҡ маҡсат-хыялдары

тормошҡа ашһын тип теләргә ҡала.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас