Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
3 Ноябрь 2022, 12:34

Их, балаҡайҙар...

Иҫән ҡалған бала әле һаман шок хәлендә. 

Их, балаҡайҙар...Их, балаҡайҙар...
Их, балаҡайҙар...

Кисә кис менән Өфө районының Ҡыҙылъяр ауылында булған авария бик аяныслы тамамланды. Уның һөҙөмтәһендә ике 14 һәм 16 йәшлек малайҙарҙың ғүмерҙәре өҙөлдө.

Авария кис көнө, ҡараңғы ваҡытта була. Малайҙар был саҡта урам буйлап велосипедта йөрөгән. Уларҙы “Киа Рио” машинаһы бәрҙерә. Әле “КП-Өфө” баҫмаһы малайҙарҙың кемлеген асыҡлаған.

– Малайҙар юл буйлап йөрөнөләр һәм бәргән саҡта йылға яғына боролған инеләр. Беҙ уларҙы фажиғәгә тиклем 30 минут алда күргәйнек. Әйтеүҙәренсә, водитель бик тиҙ барған һәм ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан, шуға улар тапалған, – тигән малайҙарҙың дуҫы.

Хәбәр ителеүенсә малайҙар ошо уҡ ауылда йәшәгән. Улар бәләкәй саҡтан дуҫ булған, бергә велосипедта йөрөгән, туп уйнаған. Өлкәне 9 класты тамамлап колледжға уҡырға ингән булған, бәләкәйе - мәктәп уҡыусыһы.

– Бергә хоккей, футбол уйнай инек, йәй көнө бергә һыу индек. Бик һәйбәт, ярҙамсыл малайҙар, һәр саҡ шаяндар ине. Бик йәл уларҙы, – тип һөйләгән уларҙың дуҫтары.

Ауыл халҡы иһә был фажиғәлә яҡтыртылмаған юлдар ғәйепле тигән фекер әйтә. Унда ысынлап та йәйәүлеләрҙе күреп ҡалыуы ауыр.

Водителде тәүҙә бик юғары тиҙлек менән ҡыуған, аҙаҡ авария урынынан ҡасҡан тип һөйләйҙәр. Әммә был дөрөҫлөккә тура килмәй сыҡҡан.

– Беҙ бер ауылда йәшәйбеҙ. Тиҙлеге ниндәй булғандыр, белмәйем, ә атай булараҡ ул бик яҡшы кеше. Дүрт балаһы бар, матур ғаилә, – тиҙәр уның тураһында ауыл халҡы.

Икенселәр иһә, нисек булһа ла, аварияла тик водитель ғәйепле тип иҫәпләй.

Әйткәндәй, малайҙар менән был кистә тағы бер иптәштәре булған. Машина уға теймәгән. Ул бала әле һаман шок хәлендә.

Әлеге ваҡытта аварияның сәбәптәрен асыҡлау дауам итә. Бының менән хоҡуҡ һаҡсылары шөғөлләнә.

Бер һүҙһеҙ, ҙурайып та өлгөрмәгән балалар йәл. Быны махсус эшләмәгән водителде лә аңларға була кеүек. Ошондай ҡурҡыныс авариялар булмаһын өсөне һәр ваҡыт ҡағиҙәләрҙе үтәп кенә йөрөргә кәрәк. Айырыуса көҙгө-ҡышҡы осорҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотмайыҡ. Тиҙлекте арттырмаҫҡа, ҡаршы һыҙатҡа сыҡмаҫҡа, иғтибарлы булырға, хәүефһеҙлек ҡайышын таҡтырырға кәрәк. Йәйәүлеләргә иһә, ҡараңғы ваҡытта яҡтылыҡты сағылдыра торған кейем кейеү зарур. Ошо ябай ғына ғәмәл ғүмерҙе һаҡлап ҡалыуы ихтимал. 

Фото: КП-Өфө. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас