Даирә
+21 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
3 Ноябрь 2022, 16:08

Башҡортостандың беренсе вице-премьеры Азат Бадранов махсус хәрби операция зонаһына лейтенант дәрәжәһендә юллана

Башҡортостан хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Азат Бадрановҡа Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының бойороғо менән лейтенант исеме бирелгән.

Башҡортостандың беренсе вице-премьеры Азат Бадранов махсус хәрби операция зонаһына лейтенант дәрәжәһендә юлланаБашҡортостандың беренсе вице-премьеры Азат Бадранов махсус хәрби операция зонаһына лейтенант дәрәжәһендә юллана
Башҡортостандың беренсе вице-премьеры Азат Бадранов махсус хәрби операция зонаһына лейтенант дәрәжәһендә юллана

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Азат Бадранов быйыл сентябрҙә Миңлеғәле Шайморатов исемендәге башҡорт батальоны составында махсус хәрби операцияла ҡатнашырға ҡарар иткәйне. «Башинформ» агентлығына үҙе хәбәр итеүенсә, ул әле хәрби ведомствола һәм яҡын арала рота командиры урынбаҫары вазифаһында махсус хәрби операция зонаһындағы часына юлланырға тейеш.

Азат Бадранов хәрби әҙерлек үткән. Уны һәм башҡа ирекмәндәрҙе тактикаға, ут әҙерлегенә, ялан медицинаһына өйрәткәндәр.

«Хәрби әҙерлек осоронда үҙемдең ҡарарыма мөнәсәбәтем үҙгәрмәне, ул нығыны ғына. Күптән үҙемде шундай бәхетле итеп тойғаным булманы. Донъя шул тиклем контраслыға әйләнде, яҡын кешеләр менән аралашыуҙа ихласлыҡ артты»,  — ти Азат Бадранов.
Автор:Эдуард Ҡусҡарбәков.
https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-11-03/bash-ortostandy-berense-vitse-premiery-azat-badranov-mahsus-h-rbi-operatsiya-zona-yna-leytenant-d-r-zh-end-yullana-3014731
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас