Даирә
+24 °С
Дождь
Башҡа яңылыҡтар
2 Ноября 2022, 17:53

Иммунитетыңды нығытам, тиһәң...

Белгесттәр кәңәшенә ҡолаҡ һал

Иммунитетыңды нығытам, тиһәң...Иммунитетыңды нығытам, тиһәң...
Иммунитетыңды нығытам, тиһәң...

Белгестәр иммунитетты нығытыу өсөн гөлйемеш төнәтмәһе эсергә, алма һәм тоҙланған кәбеҫтә ашарға тәҡдим итә.

«Гөлйемеш оҙаҡ ваҡыт  С витамины  кимәлен һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирәсәк.  Һуттарҙан айырмалы рәүештә, организмға аллергия ла булдырмай», – ти эндокринолог, диетология һәм нутрициология өлкәһендәге белгес,  медицина фәндәре кандидаты Екатерина Кривцова.

Организмды һалҡын тейеүҙән һәм йоғошло ауырыуҙарҙан ҡурсалау өсөн етерлек С витамины кәрәк. Белгес фекеренсә, Рәсәй алмаларында, ул сит илдекенә ҡарағанда, байтаҡҡа күберәк.

Табип шулай уҡ һалҡын тейҙереү ауырыуҙарының кәмеүенә һәм иммунитеттың яҡшырыуына D 3, К витаминдары һәм калий, селен, йод, магний, тимер микроэлементтар тәьҫир итеүен билдәләне.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас